-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
23 Ноябрь 2022, 08:05

Башыңды йәштән һаҡла!

Менингит бөгөнгө көндә лә, медицина ни тиклем алға барыуға ҡарамаҫтан, йоғошло ауырыуҙарҙың береһе һанала. Әгәр синыфта берәйһе ауырыһа, башҡаларҙың да йотҡолоғонан һәм танау ҡыуышлығынан мазок алыу талап ителә. Ауырыуҙы барлыҡҡа килтереүсе менингококк булыуы раҫланһа, мотлаҡ дауаланырға кәрәк. Ваҡытында сара күрелмәһә,..

Башыңды йәштән һаҡла!
Башыңды йәштән һаҡла!

Сәләмәт булығыҙ!

Башыңды йәштән һаҡла

 

Менингит бөгөнгө көндә лә, медицина ни тиклем алға барыуға ҡарамаҫтан, йоғошло ауырыуҙарҙың береһе һанала. Әгәр синыфта берәйһе ауырыһа, башҡаларҙың да йотҡолоғонан һәм танау ҡыуышлығынан мазок алыу талап ителә. Ауырыуҙы барлыҡҡа килтереүсе менингококк булыуы раҫланһа, мотлаҡ дауаланырға кәрәк. Ваҡытында сара күрелмәһә,  10-12 сәғәт эсендә баланың ғүмере өҙөлөргә мөмкин.

Баш һәм арҡа мейеһе ҡабығының шешеүе менингит тип атала. Үлемесле был инфекцияны төрлө бактериялар, әйтәйек, туберкулез таяҡсаһы, вирустар йә патоген бәшмәктәр барлыҡҡа килтерергә мөмкин. “Башыңа кей, юғиһә менингит менән ауырырһың!” Баланы ҡышҡы һалҡындарҙа башлыҡ кейергә өндәгән был билдәле әйтем барыбыҙға ла яҡшы таныш. Ысынында иһә башты өшөтөү генә был сиргә юлыҡтырмай. Менингит таралһын өсөн иң тәүҙә патоген микроорганизм баш һөйәге ҡыуышлығына эләгеп, мейе ҡабығын ҡаплап, үрсей башларға тейеш. Бының булыуы ихтимал:

баш һөйәге ҡыуышлығына инфекция ҡан аша ингәндә;

мейе ҡабығы эргәһендә инфекция сығанағы булғанда;

баш-мейе йәрәхәте арҡаһында инфекция туранан-тура мейе ҡабығына эләккәндә.

Менингит күп осраҡта микроб ҡан менән үтеп ингәндә барлыҡҡа килә. Нәҫелдән килгән осраҡтар ҙа бар, ҡайһы бер ғаиләләрҙә бөтөн балалар ҙа бының менән ауырый.

Ошо урында антибиотиктар хаҡында ла бер-ике һүҙ әйтеү урынлы булыр. Ангина, мәҫәлән, өс көн эсендә үтте, ти, хәл яҡшырһа ла, антибиотиктарҙы эсеүҙе туҡтатырға кәрәкмәй. Уларҙы бер аҙна ҡабул итергә кәрәк, тип ҡушылған икән, тимәк, әйткәнде теүәл үтәргә тейешһең.

Малайҙар ҡыҙҙарға ҡарағанда ике-дүрт тапҡырға йышыраҡ ауырый.

Менингит дүрт төргә бүленә. Иң йыш осрағаны - бактерия менингиты. Баш тирәһендәге теләһә ниндәй эренле сығанаҡ – кариеслы теш, гайморит, ангинамы инфекцияның сәбәбсеһе булырға мөмкин.

Вируслы менингит, ғәҙәттә, грипп, һыу сәсәге, ҡыҙылса  ауырыуҙары арҡаһында барлыҡҡа килгән өҙлөгөүҙәрҙән һуң булыуы ихтимал.

Бәшмәк менингиты, ҡағиҙә булараҡ, көҙсһөҙләнгән, иммунитеты ҡаҡшаған балаларҙы зарарлай.

 

Туберкулез менингиты иң ҡурҡынысы һанала. Үлем осрағы 15-25 процент тәшкил итә.

Бактерия менингитының ундан ете осрағын менингококк микробы барлыҡҡа килтерә. Ул ғәҙәти киҙеү кеүек һауа-тын юлдары аша зарарлай.

Нисек кенә сәйер тойолмаһын, һалҡын тейҙереп һирәк ауырыған баланың зарарланыу хәүефе көслөрәк. Йыш ауырыған балаларҙың ҡанында төрлө инфекцияларға ҡарата антитела йәшәп килә. Табиптар билдәлеүенсә, улар менингококка ла ҡаршы тора ала.

Ауырыуҙы барлыҡҡа килтереүсе микробтар мейе ҡабығына эләгеү менән күпләп үрсеп яңынан ҡанға ҡушылырға мөмкин. Улар тиҙ арала бөтөн организмға таралып, күҙ-ҡолаҡтарҙан алып бөйөр биҙе һәм үпкәләргә тиклем ҡаплай. Был осраҡта менингококк сепсисы барлыҡҡа килә. Әгәр дауаланыу дөрөҫ билдәләнһә, 2-3 көндән баланың хәле яҡшыра. Ваҡытында тейешле ярҙам күрһәтелмәһә йәки дөрөҫ дауаламағанда ауырыу, иҫән ҡалһа ла, һуҡырайырға йә һаңғырауланырға мөмкин. Шуға күрә бала тулыһынса һауыҡҡан осраҡта ла ике йыл буйына мотлаҡ табип күҙәтеүендә булырға тейеш.

        Был симптомдар һағайтырға тейеш

Ауырыуҙың төп билдәһе – үлтереп баш һыҙлауы. Сәбәбе – баш һөйәге эсендәге баҫымдың күтәрелеүе.

Ҡоҫоу башта еңеллек килтергәндәй тойолһа ла, аҙаҡ хәлдән тайҙыра.

Температураның 38 градустан юғары булыуы.

Тиреләге геморрагик характерҙағы сыбыртмалар.

                                                                        Н. ӘХТӘМОВА әҙерләне.

Башыңды йәштән һаҡла!
Башыңды йәштән һаҡла!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: