+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
17 Ғинуар 2023, 09:46

Ильястың ҡышҡы каникулдары

Ата-әсәйемә рәхмәт! Беҙҙең ялыбыҙ файҙалы ла, мауыҡтырғыс та булһын өсөн тырыштылар. Өфө ҡалаһындағы Ҡыш бабайҙың өйөн барып күрҙек.

Ильястың ҡышҡы каникулдары
Ильястың ҡышҡы каникулдары

Ҡышҡы каникулдар шаулап-гөрләп үтеп тә китте. Ә күпме тәьҫораттар, иҫтәлекле ваҡиғалар бүләк итте ул беҙгә. Рәхәтләнеп ял да иттек, ата-әсәйемә, олатай-өләсәйемә лә булыштым, дуҫтарым менән саф һауала бит остары өшөгәнсе уйнаныҡ та, тау ҙа шыуҙыҡ, уҡытыусым менән бергәләп эҙләнеү эше өҫтөндә лә эшләргә өлгөрҙөк.
Ата-әсәйемә рәхмәт! Беҙҙең ялыбыҙ файҙалы ла, мауыҡтырғыс та булһын өсөн тырыштылар. Өфө ҡалаһындағы Ҡыш бабайҙың өйөн барып күрҙек. Шиғыр һөйләп бүләктәр ҙә алдыҡ. Иҫтәлеккә фотоға ла төштөк. Күңел булғансы конькиҙа ла шыуҙыҡ. Талбазы ауылындағы боҙ майҙансығына дуҫтарым менән шыуырға йөрөнөм.
Ә хәҙер яңы көс, дәрт менән артабан уҡыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ.


Мөхәмәҙйәров Ильяс, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы.

Ильястың ҡышҡы каникулдары
Ильястың ҡышҡы каникулдары
Ильястың ҡышҡы каникулдары
Ильястың ҡышҡы каникулдары
Ильястың ҡышҡы каникулдары
Ильястың ҡышҡы каникулдары
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: