+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
25 Февраль 2023, 12:30

Аталыҡ

Ата ҡаҙ менән дуҫлыҡ бәләкә-ә-әй саҡтан булманы. Тышҡа сығып, танауымды күрһәтеүем була, осоп килә лә етә. Әйтерһең, мине генә ҡарауыллап торған. Баҫтырып тотоп, суҡый торғас аяҡты күгәртеп бөттө. Ышанмайһыңмы? Бына асып күрһәтәм...

Аталыҡ
Аталыҡ

Ата ҡаҙ менән дуҫлыҡ бәләкә-ә-әй саҡтан булманы. Тышҡа сығып, танауымды күрһәтеүем була, осоп килә лә етә. Әйтерһең, мине генә ҡарауыллап торған. Баҫтырып тотоп, суҡый торғас аяҡты күгәртеп бөттө. Ышанмайһыңмы? Бына асып күрһәтәм...

Ул ғына тиһең әле, бер көн хатта елкәмә осоп менеп, сәсемдән эләктереп, метрҙан ашыу ҡанаттары менән "саңымды ҡағып" төштө. Ярай, ҡолаҡтан эләктермәне. "Һыңар ҡолаҡ Хисами", әй, яңылыш әйттем, Фәрит, булып йөрөр инем… Ул бер мине генә ыҙалата тип уйлайһығыҙмы? Юҡ шул. Шулай бер көн, көтөү ҡайтҡас, һыйырыбыҙ, аҡылдан шашҡан кеүек баҡырып, ишек алдын тултырып, йүгереп йөрөгөнгә әйләнеп ҡараһам, ошо аталыҡ, һыйырҙың елененән эләктереп алған да, рәхәтләнеп "сәңгелдәк эйеп" йөрөй.

Көндәр йылынып, яланаяҡ йөрөрлөк булғас, әсәйем яңы сыҡҡан ҡаҙ себештәрен ҡалҡып сығып килгән ҡаҙ үләне өҫтөнә ебәрҙе лә миңә күҙ-ҡолаҡ булырға ҡушты. Әсәйем дә… ҡыҙыҡ инде. Аталыҡтың мине ене кеүек күреп "һөйгәнен" белмәй була! Шулай ҙа өндәшмәнем. Ҡапҡа ярығынан булһа ла күҙ һалып йөрөрмөн әле.

Инә ҡаҙ, өйҙә йомортҡа баҫып ултырып, асыҡҡан күрәһең, төшөү менән, үләнгә йәбеште. Йомғаҡ ҙурлыҡ ҡына һап-һары себештәр, әсәләренән күрепме, үҙ-ара сипылдашышып, яңы сығып килгән йәм-йәшел үләнде ҡабып тартҡан булалар, ҡайһылары, үлән өҙөлгән ыңғайға, салҡап ҡолап та китә.

Аталыҡтың үләндә эше юҡ – башын юғары күтәргән дә, башын бер уңға, бер һулға ҡыйшайтып һауаны күҙәтә… Шуларҙы ҡыҙыҡ күреп ҡарап ултырып, донъямды онота яҙғанмын. Бер ҡараһам, ата ҡаҙым әле кибеп өлгөрмәгән бәләкәй генә күләүек эсенә төшөп алған да, һыу сәсрәтеп, шапылдатып бейеп тора. Үҙ күҙемә үҙем ышанмайым: беҙҙең "һуғыш суҡмары"мы был, әллә алыштырғандармы? Ҡаҙ бейей! Ата ҡаҙ бейей!

Яңыраҡ бер табында, хисләнеп китеп, бала саҡтағы ошо ҡыҙыҡты һөйләй ҡуйҙым.

– Аһ-һ, һеҙҙең аталыҡ та бейей торғайнымы ни? – тип ҡысҡырып уҡ ебәрҙе бер балдыҙым. –Мин беҙҙеке генә бейегән икән тиһәм...Атайым, беренсе төркөм һуғыш инвалиды, өлкәнәйгәс, саҡ ҡуҙғалып йөрөнө. Эш боҙған малайҙар кеүек, әсәйемдән йәшереп кенә тартҡыланы. Тәмәке тартам тип, тупһаға сыҡһа, эргәһенә ҡаҙҙар йыйыла. Ем там иткәндәрҙер инде. Атайым:

– Йә, аталыҡ, бейеп ебәр әле! – ти ҙә Бейе-бейе, бейе-бейе, – тип һамаҡлаһа, аталыҡ бейей ҙә китә торғайны. Шуныһы ҡыҙыҡ: һамаҡлап, күпме инәлһәк тә беҙгә бейемәне… Хужа күреп, хөрмәт иттеме икән?

Бына шулай, ваҡыт үткәс, бала саҡтың уҫал аталығы ла һағындыра икән ҡайһы берҙә…

 

Фәрит ӘХМӘРОВ.

Сибай ҡалаһы

Автор:Фәрит ӘХМӘРОВ. Сибай ҡалаһы
Читайте нас: