+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
3 Март 2023, 15:18

Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ

Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция. Мин, Иҙрисова Гүзәл, Өфө районының Дорогино ауылынан, 3-сө синыф уҡыусыһымын. "Аманат"та баҫтырылып сығарылған яңы йыл шыршыһындағы бирелгән эште бик ҡыҙыҡһынып ҡабул иттем һәм башҡарҙым.

Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция. Мин, Иҙрисова Гүзәл, Өфө районының Дорогино ауылынан, 3-сө синыф уҡыусыһымын. Беҙ “Аманат” журналын инде күп йылдыр алдырабыҙ. Журналдың 12-се һанында баҫтырылып сығарылған яңы йыл шыршыһындағы бирелгән эште бик ҡыҙыҡһынып ҡабул иттем һәм башҡарҙым. Яңы йылды беҙ ғаилә менән нәнәйем һәм ҡартатайымдарҙа ҡаршы алдыҡ. 1 ғинуар өйөбөҙгә ҡайттыҡ, бүләктәрҙе ҡараныҡ, ял иттек.
 
 Ә 2 ғинуарҙа атайым менән ҡоштарға тағараҡ эшләнек, ябай ғынаны түгел, өй  кеүек, уның аяғы ла бар. 
 
03.01.  Туғандарым, дуҫтарым менән рәхәтләнеп тау шыуҙыҡ. 
 
4.01 башҡа илдәрҙә Яңы йыл байрамдары нисек үтә икәнен интернеттан апайым менән ҡараныҡ. Мәҫәлән, Италияла Яңы йылды 6 ғинуар байрам итәләр икән. Балаларға яҡшы фея төннә килә һәм каминға эленгән балалар ойоҡтарына күстәнәстәр, бүләктәр һала, ә кем алама уҡыған, атай-әсәйҙәрен тыңламаған, уларға күмер һәм көл дә һалып китә икән. Ҡыш бабалары ла бар уларҙың, уның исеме Баббо Натале. Уның адресын Италияла бөтә балалар ҙа белә:"Боббо Натале", Бульвар Европы, 175, Рим, Италия. Икенсе йылға мин дә хат яҙам, яуап алырмын тип уйлайым.
Ә бына Францияла Ҡыш бабайҙың исеме "Пер Ноэль"- бүләктәрҙе ул балаларҙың аяҡ кейемдәренә һалып китә икән, бик ҡыҙыҡ. Яңы йыл табынында мотлаҡ ҙур бәлеш булырға тейеш, уның эсендәге бешкән ҡуҙаҡ кемгә эләгә, шул "Ҡуҙаҡ короле" була, һәм уның бойороҡтарын  Яңы йыл төнөндә барыһы ла үтәргә тейеш. 
 
05.01. Мин "12 ай" тигән әкиәт ҡараным.
 
06.01. Нәнәйемдәргә ҡунаҡҡа ҡайтып, йәйге каникулда танышҡан, уйнаған дуҫтарым менән осраштым. 
 
07.01. Әсәйем менән хуш еҫле мандариндан ҡайнатма ҡайнаттыҡ. Телеңде йоторлоҡ булды. Әҙерләү рецебы: 1 кг тышынан һәм тосонан таҙартылған мандарин, бер лимон, 1 кг шәкәр ҡомо, 200,0 һыу. Блендер йәки ит үткәргес аша үткәрергә кәрәк мандариндарҙы һәм лимонды, аҙаҡ шәкәр менән һыу ҡушырға, бер 30 минут көтөп тороға, аҙаҡ ҡайнатып сығарырға, һыуынғанын көтәргә, 12 сәғәт самаһы, аҙаҡ тағы ике тапҡыр ҡабатларға, аҙаҡ стерилләнгән банкаларға һалырға, өҫтөн йылы япма менән ҡаплап, һыуынғансы тоторға. Бик тәмле, матур төҫлө ҡайнатма килеп сыға.
 
08.01. Беҙ был көндө Ҡыҙыл шишмәне күрергә барҙыҡ, шунда ғаилә менән селфи төштөк. Шишмәнең һыуы туңмаған, өйрәктәрҙең күплеге!
 
09.01. Әсәйем менән Яңы йыл десерты эшләнек. Әҙерләү рецебы:   100мл һөткә 300 грамм шәкәр һалырға һәм ҡуйырғансы ҡайнатырға, бутап торорға онотмағыҙ. Аҙаҡ формаларға һалып, һыуынғанын көтөргә.
 
10.01. Теләктәр теләү көнө. Иң мөһиме беҙҙең ғаиләгә, барлыҡ туғандарыма иҫәнлек-һаулыҡ теләйем, балалар яҡшы уҡыһындар, атай-әсәйҙәрен тыңлаһындар, донъялар тыныс булһын.
 
11.01. Мин ҡышҡы каникулда "Алтын асҡыс йәки Буратиноның мажаралары" тигән А. Н.Толстойҙың әкиәтен уҡыным.
 
12.01 Яңы йылда өлгәшергә теләгән 10 маҡсатымды билдәләнем: 1. Әхирәтем менән уйнарға.2. Матур итеп яҙырға өйрәнергә. 3. Электр самокатын алырға. 4. Матур итеп сәс үрергә өйрәнергә. 5. Отличница булырға. 6. Әсәйем кеүек тәмле итеп ашарға бешерергә өйрәнергә. 7. Түңәрәктәрҙе ҡалдырмаҫҡа. 8. Сәйәхәт итергә. 9. Эттәрҙән ҡурҡмаҫҡа өйрәнергә. 10. Матур итеп биҙәнергә өйрәнергә.
 
13.01. Был көндө мин атайым һәм апайым менән тышта ҡар бабайы эшләнек.
 
14.01. Рәхәтләнеп дуҫтарым менән сәй эстем.
 
15.01. Ҡуян аппликацияһын эшләнем.
 
16.01. Был көндө беҙҙең физкультура дәресе бар, Таңсулпан Рәмил ҡыҙы  дәресте саф һауала үткәрҙе, синыфташтарым менән рәхәтләнеп ҡар бәреш уйнаныҡ. 
 
17.01. Әсәйем менән имбир прәниктәре бешерҙек. 
 
Әҙерләү рецебы: 300 г бал, 250 г шәкәр, 200 г аҡ май, 750 г он, 4 йомортҡа, 2-шәр өлөшлө йәшкелт имбир һәм корица, ванилиндың 2 тапсығы.
Помадка өсөн 2 йомортҡаның ағына 100 гр. шәкәр пудраһын блендер менән болғатабыҙ.
Әҙерләмәһе: йомшартылған аҡ май менән бал, йомортҡа һәм шәкәр ҡушығыҙ. Бөтә ингредиенттарҙы өҫтәгеҙ, ҡамырҙы баҫығыҙ һәм ярты сәғәткә һыуытҡыста тотоғоҙ. Ҡамырҙы 5-7 мм ҡатламы менән йәйегеҙ, формалар менән перәник киҫегеҙ һәм 180 градус булғанда 20-25 минут бешерегеҙ. Бешеп бөтөр биш минут ҡалыр алдынан прәниктарҙы алып, помадка һөртөгөҙ ҙә, кире ҡуйығыҙ.
 
18.01. Беҙ ғаилә менән саңғыла йөрөргә яратабыҙ, әлбиттә был көндө лә сыҡтыҡ. Биттәр ал булды, яҡшы ял булды.
 
19.01. Апайым менән пластилиндан Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыу фигуралары эшләнек.
 
20.01 Яңы йыл тураһында әкиәт ижад иттем.  
 
21.01. Был иң оҡшаған эшем булды, ул ҡыҙыҡ икән, мин һабын ҡыуыҡтарын өрә торҙом, ә улар, тышта һыуыҡ булғас, матур итеп туңа барҙылар, мату-матур биҙәктәр барлыҡҡа килде.
 
22.01. Минең нәнәйемдең 25 ғинуар тыуған көнө, шуның өсөн беҙ әсәйем менән матур открытка алдыҡ һәм мин уңа тыуған көнөнә теләктәр теләп хат яҙҙым.
 
23.01. Беҙ апайым менән һәр ваҡыт үҙебеҙ эшләгән бүләктәр менән атайымды, әсәйемде ҡыуандырырға яратабыҙ. Был көндө мин аппликация эшләнем, ябай түгел, уйын уйнай торған, бер үҙгәртһән- салбар була, икенсегә- һалдат итеге, тағы үҙгәртһәң- өҫтәл.
 
24.01. “Аманатты” рәхәтләнеп уҡыным.
 
25.01. Был көндө мин әсәйемә һауыт-һаба йыуыштым, апайым менән энциклопедия уҡыныҡ.
 
26.01. Интернетһыҙ, телефонһыҙ хәҙерге тормошто күҙ  алдына килтереп тә булмай икән, беҙ был көндө эштән һәм уҡыуҙан һуң ғаиләбеҙ менән саңғыла йөрөнөк, кисен телевизорҙан бергәләшеп фильм ҡараныҡ, уйындар уйнаныҡ, дәрес әҙерләнек.
 
27.01. Башҡорт телендә "Фиксики" йәнһүрәтен ҡараным.
 
28.01. Мин әсәйемә ярҙам итергә яратам, һауыт-һаба йыуыу минең өҫтөмдә.
 
29.01. Атайым янына тышҡа сығып, ҡар көрәштем, тағараҡҡа ем өҫтәнем.
 
30.01. Ғаилә менән саңғыла йөрөргә сыҡтыҡ, шунда яланда ҡуянды һәм  уның эҙҙәрен ҡараныҡ.
 
31.01.Үткән каникулым тураһында плакат эшләнем
 
 
“Аманат” журналына шундай матур эштәр өсөн ҙур рәхмәтемде әйтәм. Ул минең ялымды тағы ла байыраҡ, матурыраҡ итеп үткәрергә ярҙам итте.
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Гүзәлдең көндәлеге һәм фотолары менән танышайыҡ
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: