+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
27 Март 2023, 09:03

"Аҡмулла" олимпиадаһы

Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбенең 10 синыф уҡыусыһы Гәлишина Аделина яҙа.

"Аҡмулла" олимпиадаһы
"Аҡмулла" олимпиадаһы

"Шағир күп ерҙә, йырсы ла күп,
Тик Аҡмулла берҙән-бер бит ул.
Быуаттарҙан алып быуаттарға
Нур сәсеп торор ир бит ул",-
тип әйткән шағир, Аҡмулла исемендәге дәүләт премияһынын беренсе лауреаты, Рәшит Шәкүр. Ысынлап та Мифтахетдин Акмулла - бөйөк кеше. Ул - сәсән дә, мәғрифәтсе лә, уҡытыусы ла.
Һәр йыл һайын мәктәп уҡыусылары һәм СПО студенттары өсөн "Аҡмулла" олимпиадаһы уҙғарылып тора. Олимпиада бөтә предмет буйынса ла үтә.
Быйыл башҡорт теленән 25 мартта Өфөлә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында олимпиаданың 2-се туры үтте. Был сараға ҡатнашыусылар республикабыҙҙың төрлө район мәктәптәренән һәм уҡыу йорттарынан килгәйнеләр. Олимпиаданын был этабында уҡыусыларҙың телмәр мәҙәниәтен тикшерҙеләр. Һәр ҡатнашыусы үҙе һайлап алған теманын проблемаһын билдәләп, уның тураһында тулы мәғлүмәт һөйләргә тейеш ине. Был эште башҡарғас та бөтә килгән уҡыусылар өсөн университет студенттары төрлө мастер-кластар үткәрҙеләр. Ҡыҙҙарҙы башҡорт бейеүҙәрен бейергә, матур-матур түшелдеректәр яһарға, егеттәрҙе ҡурайҙа уйнарға өйрәттеләр.
Аҙаҡтан һуң Башҡортостан тураһында бәләкәй генә квиз-викторина булды.
"Аҡмулла" олимпиадаһының еңеүселәрен, призерҙарын июнь айында Өфө ҡалаһында оло тантана үткәреп, бүләкләйәсаҡтар.

Миәкә районы, Тамъян-Таймаҫ мәктәбенең 10 синыф уҡыусыһы Гәлишина Аделина.

"Аҡмулла" олимпиадаһы
"Аҡмулла" олимпиадаһы
"Аҡмулла" олимпиадаһы
"Аҡмулла" олимпиадаһы
"Аҡмулла" олимпиадаһы
"Аҡмулла" олимпиадаһы
"Аҡмулла" олимпиадаһы
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: