+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
29 Март 2023, 11:54

Телебеҙҙән айырылмайыҡ!

“Балаларым әле бәләкәй. Өйҙә башҡортса ғына аралашабыҙ. Әммә күршебеҙ, үҙе башҡорт теле уҡытыусыһы булһа ла, балаларыңды наҙан ҡалдыраһың бит, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра алмаясаҡтар, ти. Үҙе балалары менән урыҫ телендә генә аралаша. Балаларымдың атаһы икеләнеп ҡалды. 

Телебеҙҙән айырылмайыҡ!
Телебеҙҙән айырылмайыҡ!

Телебеҙҙән айырылмайыҡ!

“Балаларым әле бәләкәй. Өйҙә башҡортса ғына аралашабыҙ. Әммә күршебеҙ, үҙе башҡорт теле уҡытыусыһы булһа ла, балаларыңды наҙан ҡалдыраһың бит, Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра алмаясаҡтар, ти. Үҙе балалары менән урыҫ телендә генә аралаша. Балаларымдың атаһы икеләнеп ҡалды. Мәрйәм апайҙан һора әле, ул нисек итеп балаларын ике телдә лә һөйләшергә өйрәтте икән?” “Бәйләнештә” сайтында “Өләсәйҙәр мәктәбе” төркөмөндә Мәрйәм апай Бураҡаеваға ошондай һорау килгән.

Комментарий:

Ейәнсура-Таңдары” гәзите яҙа:  “Беҙҙең Ейәнсура районынан ғына алып фекер йөрөтһәк, республика, хатта ил күләмендә билдәле ғалимдар, медицина, геология һ.б. өлкәләрҙә уңышлы эшләгән белгестәр барыһы ла башҡорт ауылдарында тыуып-үҫеп, башҡорт мәктәбен тамамлаған шәхестәр. Шул уҡ ваҡытта урыҫ синыфында белем алған бер генә башҡорттоң да ундай юғары баҫҡысҡа күтәрелеү осрағы юҡ!!! Һығымталар эшләгеҙ!”

Был һорауға ҡағылышлы башҡа комментарийҙарҙы ошо ссылка буйынса уҡырға була: https://vk.com/club191294137?w=wall-191294137_1832%2Fall

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: