+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
3 Апрель 2023, 09:58

Ҡазан ҡалаһында эҙләнеү эштәре буйынса Ҡ.Насири уҡыуҙары үтте

Яҙғы каникулды һәр уҡыусы ашҡынып көтөп ала. Өсөнсө сирек иң көсөргәнешле һәм оҙоно бунғанлыҡтан аҙыраҡ арып та китәбеҙ. Башланғыс кластарҙан эҙләнеү эштәре менән шөғөлләнеүгә күрә, өлкән класта ла ошо эшемде дауам итәм, үҙемде төрлө яҡтарҙан һынап ҡарарға тырышам. Быйылғы уҡыу йылында ла бик күп фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһарға тура килде.

Каникул башланыр алдынан Өфө ҡалаһында “Аврора” йәш таланттар үҫтереү үҙәгендә   республика фәнни эҙләнеү эштәре һәм проекттары конкурсы үтте. Һөҙөмтәләре бер аҙнанан ғына биләле булды. Икенсе урын алыуымды Ҡазан ҡалаһында үҫмерҙәрҙәр араһында төбәк –ара ғилми эҙләнеү эштәре буйынса Ҡ.Насири уҡыуҙарында сығыш яһап сыҡҡас белдем.  Был уҡыуҙар 31 мартта Ҡазан ҡалаһының Киров районының 81-се  В.А.Григорьев исемендәге мәктәбендә үтте. Унда төрлө төбәктәрҙән килгән  448 эш араһынан иң яҡшы тип табылған 172һен генә һайлап алып саҡырыу ебәргәйнеләр.  Шулар иҫәбендә беҙҙең гимназиянан 10-сы синыф уҡыусыһы Вәлишин Айвар менән мин дә булғас бик ҡыуанып юлға йыйындыҡ.  Ғилми етәксебеҙ Мәҡсүтов Илнур Ризат улы бындай конференцияларға йыш ҡына уҡыусылар әҙерләй. Уның уҡыусылары алдағы йылдарҙа ла  Мәскәү, Санк-Петербург, Ҡазан ҡалаларында конференцияларҙа ҡатнашып яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Быйыл беҙгә шундай бәхет татыны. Остазыбыҙ менән Ҡазан ҡалаһына юлландыҡ. Тарихҡа бай төбәк беҙҙе йылы ҡаршы алды. Миңә бигерәк тә бындағы милли калориттың көслө булыуы һоҡландырҙы. Бик күп тарихи архитектуралар, иҫтәлекле урындарҙы күреп бай мәғлүмәт тупланыҡ, ял иттек. Ҡ. Насири уҡыуҙарын асып билдәле шәхестәр сығыш яһаны.

Айвар “Экология”, мин “Биология һәм химия” бүлегендә сығыш яһаныҡ. Төрлө йөкмәткеле, үҙенсәлекле сығыштар булды. Был юлы ла етәксебеҙ Илнур Ризат улын, яҡындарыбыҙҙы  ҡыуандырып һынатманыҡ. Айвар үҙенең секцияһында икенсе, мин өсөнсө урынға лайыҡ булдым. Бүләккә сертификат та алып ҡыуандыҡ. Ҡазан ҡалаһы үҙенең мөғжизәлелеге менән оҙаҡҡа хәтерҙә ҡаласаҡ.

   Лиана Йәлилова,

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының 9-сы синыф уҡыусыһы

Ҡазан ҡалаһында эҙләнеү эштәре буйынса Ҡ.Насири уҡыуҙары үтте
Ҡазан ҡалаһында эҙләнеү эштәре буйынса Ҡ.Насири уҡыуҙары үтте
Ҡазан ҡалаһында эҙләнеү эштәре буйынса Ҡ.Насири уҡыуҙары үтте
Ҡазан ҡалаһында эҙләнеү эштәре буйынса Ҡ.Насири уҡыуҙары үтте
Ҡазан ҡалаһында эҙләнеү эштәре буйынса Ҡ.Насири уҡыуҙары үтте
Ҡазан ҡалаһында эҙләнеү эштәре буйынса Ҡ.Насири уҡыуҙары үтте
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: