+29 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
4 Апрель 2023, 14:38

Белмәҫйән менән осраштылар

Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәре белгән әкиәт һәм шиғырҙарзарын һөйләп ишеттерҙеләр.

Белмәҫйән менән осраштылар
Белмәҫйән менән осраштылар

Өфө ҡалаһы 296-сы балалар баҡсаһы "Йәйғорҡай" төркөмөндә балалар Белмәҫйән менән осраштылар. Беҙҙең төркөмдә балалар үҙ аллы уҡый беләләр һәм ҡунаҡҡа әкиәт уҡып ишеттерҙелэр. Төркөмдә бәләкәй генә китапхана бар, уны менән таныштырҙылар Белмәҫйәнде. Белем биреү эшмәкәре барышында балалар тәрбиәсенән 2 апрель бөтә донъя балалар китабы көнө икәнен белде. Төрлө яҙыусылар хаҡында һүҙ барҙы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәре белгән әкиәт һәм шиғырҙарзарын һөйләп ишеттерҙеләр. Белмәҫйән балалар менән бергә мәктәпкә барырға теләк белдереп ҡайтып китте.

Тәрбиәсе: Иҫәнбаева Рәсимә Хадарис ҡыҙы

Белмәҫйән менән осраштылар
Белмәҫйән менән осраштылар
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: