+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
17 Апрель 2023, 12:08

Әгәр мин уҡытыусы булһам...

Иртән уҡыусыларҙы йылмайып ҡаршы алыр инем. Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мәғәнәле итеп үткәрер инем.

Әгәр мин уҡытыусы булһам...
Әгәр мин уҡытыусы булһам...

Әгәр мин уҡытыусы булһам...

 

Әгәр мин уҡытыусы булһам... Был һорауҙы  бар уҡыусылар ҙа  үҙ-үҙенә биргәне барҙыр. Тик шулай ҙа үҙемде уҡытыусы итеп күҙ алдына килтереүе бик ауыр.

Уҡытыусы һөнәре иң яуаплы һөнәрҙәрҙең береһе. Быны мин бик яҡшы беләм, сөнки әсәйем уҡытыусы. Ул балаларға белем генә биреп ҡалмай, тәрбиәләй ҙә, кеше булып үҫешергә ярҙам итә. Әгәр уҡытыусы булһам, тәү сиратта уҡыусыларыма яҡын дуҫ булырға, дәрестәрҙе күңелле итеп үткәрергә тырышыр инем. Улар менән төрлө темаларға һөйләшеп, уҡыуҙан артта ҡалғандарға айырым иғтибар йүнәлтер инем. Дөйөм алғанда мин үҙ эшен яратҡан һәм еренә еткереп эшләгән уҡытыусы булырмын.

Ильяс Мөхәмәҙйәров, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының  IV синыф уҡыусыһы.

 

Әгәр мин уҡытыусы булһам...

 

    Уҡытыусы – ул белемле, сабыр холоҡло, балаларҙы ысын күңелдән яратҡан, киң күңелле бөйөк кеше.Һәр кеше  уҡытыусы  була алмай.

    Әгәр мин уҡытыусы булһам, уҡыусыларҙың хәлдәрен аңлар, уларға кәңәш бирер инем. Өй эштәрен  әҙерләмәһә, дәрестән һуң ҡалдырып эшләтер инем. Иртән уҡыусыларҙы йылмайып ҡаршы алыр инем. Дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мәғәнәле итеп үткәрер инем. Мин уйлайым, өйгә эштәрҙе күберәк бирергә кәрәк, сөнки хәҙер уҡыусылар  ваҡыттарын телефонда, компьютерҙа уйын  уйнап үткәрә. Өйгә эштәр күп булһа, уларҙың ваҡыттары ҡалмаҫ ине. Синыфта  уҡыусыларҙың һәләттәренә ҡарап, төрлө түңәрәктәр ойошторор инем.

Уҡытыусы булып эшләргә бик ҡыйын, сөнки күпме һөнәрҙәрҙе белергә кәрәк.

Данил Әлимбәков, Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге

Талбазы башҡорт гимназияһының IV синыф уҡыусыһы.

 

Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: