+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
17 Апрель 2023, 10:55

Минең яратҡан укытыусым

Әлсинә Камалова Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се һанлы лицей интернаты уҡыусыһы. Ул үҙенең яратҡан уҡытыусыһы Рәзинә Сулпан ҡыҙы тураһында мәҡәлә яҙған.

Минең яратҡан укытыусым
Минең яратҡан укытыусым

Минең яратҡан укытыусым
Мин үҙемдең яратҡан уҡытыусым тураһында һеҙгә һөйләмәксемен. Ул - йәмғиәтте өйрәнеү һәм тарих фәндәре уҡытыусыһы, минең синыф етәксем, Рәзинә Сулпан ҡыҙы. Шундай яғымлы, алсаҡ, мөләйем йөҙлө, изге күңелле кеше ул Рәзинә апайыбыҙ. Беҙгә, интернат шарттарында йәшәп уҡыған ҡыҙҙар һәм малайҙарға, үҙ балаһындай күреп йөрәк йылыһын йәлләмәй бүлә. Бер уҡыусыһын да иғтибарһыҙ ҡалдырмай, әгәр ҙә хаталанһаң, шунда уҡ йылы һүҙҙәр табып йыуата ла белә, шуҡлыҡтарыбыҙҙы ла кисерә. Уның янында беҙ үҙебеҙҙе ҡурсаулы тоябыҙ. Рәзинә Сулпан ҡыҙын иғтибарлы булғаны өсөн синыфташтарым да, атай- әсәйҙәребеҙ ҙә ихтирам итә.
Уның дәрестәре көтөп алғандарҙың береһе, сөнки Рәзинә апайыбыҙ дәрестәрен мауыҡтырғыс итеп алып бара, ҡыҙыҡлы хәлдәр һөйләп көлдөрөп тә ала.
Беҙҙең синыфта Республикабыҙҙың төрлө райондарынан, күрше өлкәләрҙән ҡыҙҙар-малайҙар уҡый. Синыфташтарым менән беренсе йыл ғына әле интернатта белем алабыҙ. Уҡый башлағанға ярты йыл ғына ваҡыт үтһә лә беҙҙе дуҫлаштырып, берҙәм коллективҡа ойоштороусы ла Рәзинә Сулпан ҡыҙы. Синыф етәксеһе булараҡ ул беҙгә төрлө саралар ойоштора, экскурсияларға, театрға, ҡалаға алып сыға. Буш ваҡытыбыҙҙы дөрөҫ итеп ойошторорға ла ярҙам итә.
Мин үҙемдең яратҡан уҡытыусыма ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшендә ҙур уңыштар теләйем.

Әлсинә Камалова, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 2-се һанлы лицей интернаты уҡыусыһы.

Минең яратҡан укытыусым
Минең яратҡан укытыусым
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: