+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
17 Апрель 2023, 11:25

Пионерҙар синыф менән “Аманат”ҡа яҙылды!

2023 йылдың 2-се ярты йыллығына “Аманат”ға яҙылып, журналдың “Синыф менән “Аманат”ҡа!” акцияһына дәррәү ҡушылды. Берҙәм синыф журналдың Маҡтау билдәһе һәм синыф етәксеһе Ғәзимә Мөхәмәт ҡыҙы Хаджиева Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ булды.

Пионерҙар синыф менән “Аманат”ҡа яҙылды!
Пионерҙар синыф менән “Аманат”ҡа яҙылды!

Пионерҙар синыф менән “Аманат”ҡа яҙылды!

Учалы районы Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ аграр лицейында пионер ойошмаһы һаҡланып ҡалған. Пионерҙарҙы шат йондоҙсоҡтар сафтарына алыу элеккесә, тантаналы шарттарҙа үтә.

Ирекмәндәр, “Тимур командаһы”, “Шат йондоҙсоҡтар” отрядтары төрлө акцияларҙа, флешмобтарҙа әүҙем ҡатнаша, оло кешеләргә ярҙам күрһәтә.
Апрель айында, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың тыуған көнөндә, Пионерҙарҙың дружина йыйынында, синыфтар пионерҙар сафына алына. Сара Башҡортостан Республикаһы флагын тантаналы рәүештә индереүҙән башланып китә. Ҡыҙҙар-малайҙар ҙур тулҡынланыу менән пионер девизын ҡабатлап, йыр башҡара. Өлкән пионер вожатыйы Ғәзимә Мөхәмәт ҡыҙы Хаджиеваға командир отрядтары рапорт тапшыра һәм 2022-23 йылдарҙа башҡарылған эштәр буйынса йомғаҡ яһай. Пионерҙар бөтөн мәктәп алдында өлгөлө, намыҫлы, мәрхәмәтле булырға һүҙ бирә. Пионер – ул юл башлаусы, тимәк һәр яҡлап өлгөлө, әүҙем уҡыусы булыу тигән һүҙ.
Дуҫ, татыу пионерҙар уҡыуҙа ла алдынғы. Спорт һәм йыр-бейеүгә лә маһирҙар.

2023 йылдың 2-се ярты йыллығына “Аманат”ға яҙылып, журналдың “Синыф менән “Аманат”ҡа!” акцияһына дәррәү ҡушылды. Берҙәм синыф журналдың Маҡтау билдәһе һәм синыф етәксеһе Ғәзимә Мөхәмәт ҡыҙы Хаджиева Рәхмәт кәлимәһенә лайыҡ булды.
Афарин, пионерҙар! Заманында пионерҙарҙы тәрбиәләгән “Пионер”, ә хәҙер “Аманат” исеме аҫтында сыҡҡан 94 йәшлек журналдан бер ваҡытта ла айырылмағыҙ. Учалы районының Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ аграр лицейының данын бермә-бер арттырығыҙ!

Рәмзиә Шәмиғолова,
Учалы районы Талха Ғиниәтуллин исемендәге Ураҙ аграр лицейының юғары категориялы педагог-китапханасыһы һәм директорҙың тәрбиә эштәре буйынса кәңәшсеһе.

Пионерҙар синыф менән “Аманат”ҡа яҙылды!
Пионерҙар синыф менән “Аманат”ҡа яҙылды!
Пионерҙар синыф менән “Аманат”ҡа яҙылды!
Пионерҙар синыф менән “Аманат”ҡа яҙылды!
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: