+24 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
25 Апрель 2023, 10:30

"Тамаша залын төҙөкләндереү" проекты еңеп сыҡты

Әбйәлил районы Ташбулат урта мәктәбе уҡыусылары инициативалы бюджетлау проекттарын яҡланылар. Конкурстың мәктәп этабында биш команда ҡатнашты.

"Тамаша залын төҙөкләндереү" проекты еңеп сыҡты
"Тамаша залын төҙөкләндереү" проекты еңеп сыҡты

Ташбулат урта мәктәбе уҡыусылары инициативалы бюджетлау проекттарын яҡланылар. Конкурстың мәктәп этабында биш команда ҡатнашты. Проекттарҙың темалары төрлө йүнәлештәрҙә булды: мәғариф, фән, туризм, төҙөкләндереү, мәҙәниәт һәм спорт.
1-се проект - "Махсус биология кабинетын йыһазландырыу"
2-се проект - "Медиаүҙәк булдырыу"
3-сө проект - "Хоккей ҡумтаһын төҙөкләндереү"
4-се проект - "Ауылымдың тарихы"
5-се проект - "Тамаша залын төҙөкләндереү"
Артабан мәктәптә тауыш биреү үткәрелде. Унда 5-11 класс уҡыусылары тауыш бирә.
Шулай итеп, иң күп тауыш йыйып, Бадалов Динислам етәкселегендәге "Тамаша залын төҙөкләндереү" проекты еңеп сыҡты.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: