Ун бер төймә
Был уйында ике бала ҡатнаша. Өҫтәлгә 11 төймә һалына. Уйынды беренсе булып башлаған бала бер, йәки ике, йәки өс төймә ала. Уның артынан иптәше тәүге уйынсы алған тиклем – бер, йәки ике, йәки өс төймә алырға тейеш. Шунан сират тағы беренсе уйынсыға етә. Ул иптәшенә һуңғы тапҡыр алғанда өҫтәлдә бер генә төймә ҡалдырырға тырыша. Ә һуңғы бер төймәне алған кеше отолған булып сыға.
Йәгеҙ, уйнап ҡарағыҙ әле, тик шуны онотмағыҙ: уйында өстән артыҡ төймә алырға ярамай.
Кем еңеүсе?
Был уйында ла ике кеше ҡатнаша.Тәүҙә бер бала 1-ҙән алып 10-ға тиклембер һан әйтә. Икенсе бала ла 1-10 эсендәге үҙе теләгән бер һанды әйтә, уны иптәше әйткән һанға ҡуша һәм сумманы әйтә.
Икенсе уйынсы ла шул рәүешле сиратлашып әйткән һандарын ҡуша баралар. Кем дә кем беренсе булып сумманы 100-гә еткерһә, шул кеше еңеүсе була.
Уйында берәй баланың сумманы 90-ға еткермәҫкә тырышасағы асыҡ күренеп тора. Әгәр ул суммаға үҙе әйткән һанды ҡушҡандан һуң 90 килеп сыға икән, иптәше 10 һанын ҡуша ла 100 килеп сыға, һәм ул еңеүсе була. Шуға күрә ул һандарҙы ҡушҡандан һуң суммала 89 һанын килтереп сығарырға ынтыла, иптәше ирекһеҙҙән 1 һанын ҡуша ла, 90 һаны барлыҡҡа килә, шунан ул 90-ға 10 һанын ҡуша ла еңеүсе була.
Уйынды алыу, ҡабатлау һәм бүлеү ғәмәлдәренең береһенә шарт ҡуйып та ойошторорға мөмкин.