+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
20 Май 2023, 14:35

Һәр бала үҙенсә талантлы

Һәр бер ғаилә лә ата-әсә балаһының талантлы, аҡыллы, бәхетле, һау-сәләмәт булыуын теләй.

Һәр бала үҙенсә талантлы
Һәр бала үҙенсә талантлы

Һәр бер ғаилә лә ата-әсә балаһының талантлы, аҡыллы, бәхетле, һау-сәләмәт булыуын теләй. Балаға тәрбиә биреүҙә-тормошобоҙҙоң иң мөһим ролдәренең береһе. "Матур ғаилә-ил күрке"-тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәрҙер. Тәрбиәле, һәйбәт ғаилә лә үҫкән балалар ҙа ата-әсәһенән күреп тәрбиәле булып үҫәләр бит. Бына шундай матур ғаилә лә тыуған уңған, шәп, аҡыллы, ипле, талантлы ҡыҙ Юнысова Нәркәс. Нәркәс Баймаҡ ҡалаһының" Йондоҙло"балалар баҡсаһының "Күбәләктәр" төркөмөнә йөрөй. Һәр баланың ниндәй булһа ла һәләте бар. Шуны күреп ваҡытында баланың талантын үҫтерә белеү кәрәк. Нәркәс тә шиғыр ятларға, бейергә, йырларға ярата. Ул тиҙ генә шиғырҙарҙы ятлап, отоп та ала. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан Нәркәс Рәсәй, республика, район кимәлендә үткәрелгән шиғырҙар конкурсында еңеүҙәр яулап та өлгөрҙө. Беҙҙең яратҡан "Аҡбуҙат ", "Аманат"журналдарыбыҙ үткәргән конкурстарҙа ла ҡатнашып маҡтау билдәләренә лайыҡ булды. Артабан да Нәркәскә ҙур-ҙур еңеүҙәр,ата-әсәһенә һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем.

Тәрбиәсеһе: Әүәлбаева Көнһылыу Ғаҡиф ҡыҙы.

Һәр бала үҙенсә талантлы
Һәр бала үҙенсә талантлы
Һәр бала үҙенсә талантлы
Һәр бала үҙенсә талантлы
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: