+18 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
24 Май 2023, 16:32

Рәссам Илүзә

Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенең 2-се синыфында белем алыусы Илүзә Мөхәмәтҡолова тураһында һөйләп үткем килә. Бар яҡтан да өлгөр ҡыҙ ул Илүзә. Өйҙә әсәһенең ярҙамсыһы, мәктәптә тырыш уҡыусы.

Рәссам Илүзә
Рәссам Илүзә
Бөрйән районы Әбделмәмбәт мәктәбенең 2-се синыфында белем алыусы Илүзә Мөхәмәтҡолова тураһында һөйләп үткем килә. Бар яҡтан да өлгөр ҡыҙ ул Илүзә. Өйҙә әсәһенең ярҙамсыһы, мәктәптә тырыш уҡыусы. Бигерәк тә урыҫ һәм инглиз телдәре, математика, физкультура дәрестәре ныҡ оҡшай, ти ул. Уҡыуҙан тыш, Илүзә буш ваҡытында һүрәт төшөрөргә ярата. Йыл буйына мәктәптәге һүрәт төшөрөү түңәрәгенә лә бик теләп йөрөнө. Өйҙә төшөргән һүрәттәрен әсәһе йыйып, бүлмәнең бер яҡ стенаһына йәбештереп бара икән. Бөтә һүрәттәр һаны 159 булды, тип тыйнаҡ ҡына йылмая Илүзә. Ул һүрәттәрҙең  дүрттән бер  өлөшөн генә мәктәпкә алдырып, тик Илүзәнең һүрәт күргәҙмәһен ойошторҙоҡ. Йәйге каникулын да тырыш ҡыҙ буш үткәрмәҫ, тип ышанам. Матур һәм сағыу һүрәттәр менән күргәҙмәһен тулыландырһын, тип теләп ҡалам.
 
Ғөбәйҙуллина Земфира Ғәлимйән ҡыҙы (башланғыс синыф уҡытыусыһы)
Рәссам Илүзә
Рәссам Илүзә
Рәссам Илүзә
Рәссам Илүзә
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: