"Ҡурҡаҡлығын танығас, ул батыр!"
Балаларҙы яҡлау көнөндә “Торатау” Конгресс-Холлында “Арт-Ҡоролтай. Балалар” III мәҙәни форум үтте.
Каринэ Хәбирова йәш актерҙарға “Китап байрамы” Халыҡ-ара китап йәрминкәһендә үткән “Балаларға китап бүләк ит” акцияһы буйынса китап биреү сертификаты тапшырҙы.
“Торатау” Конгресс-Холлының концерт залында "Күңел күҙе" халыҡ инклюзив театрының балалар составы тамашасы хөкөмөнә Михаил Бартеневтың "Бишкә тиклем һанайым" әкиәтен тәҡдим итте.
Һайыҫҡан, Ҡуян, Бүре, Тейен, Һуҡырсысҡан, Тәлмәрйен мажараларын сәхнәгә режиссер Илнур Лоҡманов сығарҙы, ә ролдәрҙе башҡарыусы балалар — 132-се, 103-сө мәктәптәрҙең һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты уҡыусылары.
Һайыҫҡан рэп уҡый, Бүре рокер, Тейен йырын Клава Коканың көйөнә йырлай: әкиәт заманса булыуы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Шул уҡ ваҡытта, бында мөһим һорауҙар күтәрелә. Мәҫәлән, Ҡуянды беҙ ғәҙәттә ниндәй итеп күрергә күнеккәнбеҙ? Дөрөҫ, ҡуяндар ҡурҡаҡ була. "Бишкә тиклем һанайым" әкиәтендә лә Ҡуян тәүҙә үтә ҡурҡаҡ һәм баҙнатһыҙ, әммә Һайыҫҡандың һүҙҙәре ярҙамында ул был ҡалыптан сығыу юлын таба: Тейен менән дуҫлашырға теләүе, уға булған хистәре Ҡуянды батырайта, ул хатта Тейенде Бүре тырнағынан ҡотҡара.
— Ҡуян ҡурҡаҡ! - ти был ваҡиғаларҙан алда Тейен, - ул үҙе ҡурҡаҡлығын таныны.
— "Мин ҡурҡаҡмын!" тип әйтергә йөрьәте еткәс, ул киреһенсә батыр! – ти, уға Һайыҫҡан.
Балаларҙың сығышы көслө алҡыштарға күмелде. Килештереп, еренә еткереп уйнайҙар йәш артистар, ирекһеҙҙән, улар менән бергә ваҡиғалар уртаһында ҡайнап ултыраһың.
Әкиәттең премьераһына Башҡортостандың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ла килде. Ул был тамашаның бер ай эсендә генә әҙер булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, һоҡланыуын йәшермәне.
— Балалар оло артистар һымаҡ уйнай, ҡайһылай беҙҙе ҡабыҙып ебәрҙеләр, килешәһегеҙме? - тине Әминә Ивний ҡыҙы. Ул шулай уҡ Илнур Лоҡмановҡа, балалар уҡыған мәктәптәргә, ата-әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
Әкиәттәрҙә борон-борондан аҡыл йәшеренгән. "Бишкә тиклем һанайым" да ҡалыптарҙан азат булып йөрәгеңде тыңларға, батырлыҡҡа, дуҫ булырға өйрәтә. Ошондай сағыу сәхнәләштереү аша кескәй быуынға был мәңгелек ҡиммәттәр һеңә лә инде.
Фото: Рәмил Нафиков.