+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
5 Июнь 2023, 16:41

Ҙур бүләк алдым!

Рәсүл Ғамзатовтың юбилейына арналған конкурсты ойоштороусылар еңеүселәрҙе тағы бер бүләк менән ҡыуандырҙы.

Ҙур бүләк алдым!
Ҙур бүләк алдым!

Ҙур бүләк алдым!

Рәсүл Ғамзатовтың юбилейына арналған конкурсты ойоштороусылар еңеүселәрҙе тағы бер бүләк менән ҡыуандырҙы.
Яңы ерҙәр күреү, яңы кешеләр менән танышыу, әллә күпме яңы мәғлүмәттәр алыу - минеңсә, үҙе ҙур бүләк.
Китап байрамында үткәрелгән байрам тәьҫире әле таралып та бөтмәгәйне, тағы саҡырҙылар. Ә был саҡырыу инде имтихандарға әҙерләнеп тубалға әйләнә яҙған баштар өсөн ялдың да ялы булды!
Беҙҙе, 20 еңеүсене, тәүҙә төркөмдәргә бүлеп, һыуҙар таратып бирҙеләр. (Бынауындай эҫелә балалар сарсап йөрөмәһен өсөн был ҙур иғтибар!) Автобуста Торатауға табан юл алдыҡ.
Юл ыңғай Стәрлетамаҡ, Ишембай, Салауат ҡалаларына инеп, уларҙың тарихы, халҡы, йәшәү рәүеше, заводтар тураһында мәғлүмәт алдыҡ.
Торатауға менеп еткәнсе экскурсовод уның тарихы, таштары, легендалар менән таныштырҙы.
Тауҙан төшкәс, беҙҙе тәмле аш, сәк-сәк, бәлеш һәм баллы сәй менән һыйланылар.
Өфөгә ҡайтҡас та беҙҙе милли йәштәр театрына алып киттеләр. Спектакль ҡарағас, артистар менән аралашып, күңелле әңгәмә ҡорҙоҡ.
Байрам мул табынлы киске аш менән тамамланды. Беҙ бөтмәҫ- төкәнмәҫ тәьҫораттар алып, ойоштороусыларға рәхмәттәр яуҙырып таралыштыҡ.
Беҙгә ошондай ҙур бүләк эшләгән конкурсты ойоштороусыларға оло рәхмәтебеҙҙе еткерәм.
Был конкурс беҙҙең белемебеҙҙе, донъяға ҡарашыбыҙҙы киңәйтте. Берҙән, Дағстан халҡының бөйөк улы, уның ижады тураһында ныҡлабыраҡ өйрәнһәк, икенсенән, бүләк өсөн уҙғарылған экскурсияла бик күп мәғлүмәт тупланыҡ.
Был байрам күңелдәребеҙҙә бик оҙаҡ һаҡланыр.
Ләйлә Нөғәмәнова,

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернаты уҡыусыһы,

“Аманат” журналының йәш хәбәрсеһе.

Ҙур бүләк алдым!
Ҙур бүләк алдым!
Ҙур бүләк алдым!
Автор:
Читайте нас: