-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
15 Июнь 2023, 14:44

Онотолмаҫ сәйәхәт

   Йәйге каникулыбыҙҙың  тәүге  көндәрендә, "Мәктәп туризмы" программаһы буйынса, үҙебеҙҙең Манышты мәктәбенән ике көнлөк Өфөгә  сәйәхәткә юлландыҡ.

Онотолмаҫ сәйәхәт
Онотолмаҫ сәйәхәт

Онотолмаҫ сәйәхәт

   Йәйге каникулыбыҙҙың  тәүге  көндәрендә, "Мәктәп туризмы" программаһы буйынса, үҙебеҙҙең Манышты мәктәбенән ике көнлөк Өфөгә  сәйәхәткә юлландыҡ.
 Беҙҙе ҡалала  бик яҡшы ҡаршы алдылар. Төшкө аштан һуң, "Милли" һәм "Рәсәй - минең тарихым" музейҙарында булдыҡ. Башҡорттарҙың, төрлө милләт кешеләренең боронғо тарихы, көнкүреше, мәҙәниәте менән таныштыҡ, интерактив викториналарҙа ҡатнашып, белемебеҙҙе һынап ҡараныҡ. Батырыбыҙ Салауат Юлаевтың эйәрен һәм ҡылысын күреүгә насип булды.

  Музейҙарҙан һуң "Урман" паркында төрлө йәнлектәрҙе, хайуандарҙы күҙәттек, туңдырма менән һыйландыҡ. Кис етеүгә, беҙҙе “Ирәмәл" ҡунаҡханаһында эшләүсе  апайҙар  яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, матур, иркен бүлмәләргә урынлашырҙылар. Киске аштан һуң, “Күҙәтеү тәгәрмәсе" аша Өфө ҡалаһын байҡаныҡ. Иҫ китмәле матур икән шул Өфө ҡалаһы!

  Шулай уҡ, Ағиҙел йылғаһы буйлап, теплохдта йөрөү – бик-бик оҡшаны.  "Мәжит Ғафури " паркында, Миңлеғәле Шайморатов, Салауат Юлаев һәйкәлдәрендә булдыҡ, китап биттәренән, телефон аша ғына күргән мөһабәт һәйкәлдәр эргәһендә тороп, иҫтәлеккә  фоторәсемгә төшөү- үҙе бер бәхет булды.

Бына ҡайтырға ла  ҡайтырға ваҡыт етте. Баш ҡалабыҙ менән һис тә  хушлашҡы килмәй ине шул. Беҙҙе оҙатып йөрөүсе экскурсавод апай тимер юлы вокзалына тиклем оҙатып барҙы.

  Был  мәңгегә хәтерҙә ҡаласаҡ сәйәхәт миңә лә, синыфташтарыма ла бик оҡшаны. Беҙгә онотолмаҫлыҡ сәйәхәт ойоштороусы, ике көн буйы беҙҙе ҡурсалап алып йөрөтөүсе синыф етәксебеҙ Фәйзуллина Ләйсән Ғәзиз ҡыҙына, мәктәп директорының  тәрбиәүи эштәр урынбаҫары Хәфизова Гөлдәр Әнүр ҡыҙына  ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

(Тәбиғәт темаһына фотолар - авторҙыҡы)

 

                                                   Әминә Сәғитова,

                                              Белорет районы Манышты мәктәбе уҡыусыһы.

 

Онотолмаҫ сәйәхәт
Онотолмаҫ сәйәхәт
Онотолмаҫ сәйәхәт
Онотолмаҫ сәйәхәт
Онотолмаҫ сәйәхәт
Онотолмаҫ сәйәхәт
Автор: ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас