-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
19 Июнь 2023, 13:16

Һәр бала үҙенең талантын, һәләтен төрлө яҡлап асыуға өлгәште

Күгәрсен районының Мораҡ 1-се урта мәктәбендә эшләп килгән көндөҙгө “Ҡояшҡай” лагерында уҡыусылар ваҡыттарын күңелле лә файҙалы ла үткәрҙеләр.

Һәр бала үҙенең талантын, һәләтен төрлө яҡлап асыуға өлгәште
Һәр бала үҙенең талантын, һәләтен төрлө яҡлап асыуға өлгәште

Баласаҡтың иң күңелле, иң рәхәт миҙгелдәре, әлбиттә, йәй айҙары менән бәйләнгән.Уҡыуҙар тамам, рәхәтләнеп ял итер ваҡыт был. Ялды ла бит күңелле, мауыҡтырғыс һәм сәләмәтлек өсөн файҙалы итеп үткәреү кәрәк. Бының өсөн көндөҙгө лагерҙар иң беренселәрҙән булып ярҙамға килә лә инде. Нимә эшләргә, көндө нисек уҙғарырға тигән һорауҙарға урын да ҡалмай. Барыһы ла инде уйланылған.
Күгәрсен районының Мораҡ 1-се урта мәктәбендә эшләп килгән көндөҙгө “Ҡояшҡай” лагерында уҡыусылар ваҡыттарын күңелле лә файҙалы ла үткәрҙеләр. Һәр көн бында төрлө темаға арналып үтте, бихисап саралар үткәрелде, унда һәр кем әүҙем ҡатнашты. Лагерға 1-7 класс уҡыусылары, йәмғеһе -180 –ләп бала йөрөнө.Барлығы 8 отряд ойошҡан. Уҡыусылар өсөн белем һәм тәрбиә биреү саралары, ҡыҙыҡлы экскурсиялар, асыҡ һауала мауыҡтырғыс, интеллектуаль уйындар, төрлө мастер-кластар ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Һәр бала үҙенең талантын, һәләтен төрлө яҡлап асыуға өлгәште. Балалар күңелендә, вожатыйҙар ойошторған төрлө күңелле уйындар, ҡыҙыҡлы сәйәхәттәр мәңге онотолмаҫ сағыу хәтирәләр ҡалдырҙы. Иң мөһиме – балаларҙың матур итеп ял итеп, сәләмәтлектәрен нығытып, көс-дәрт алып, иҫән-һау 1 сентябрҙә парта артына килеп ултырыуҙарын теләйбеҙ.

Аллабирзина Гөлкәй Рәшит ҡыҙы.
Күгәрсен районы Мораҡ 1-се урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Автор: Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас