Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының IV синыфында тырыш, бар ергә лә өлгөр, егәрле, талантлы, бик әүҙем уҡыусылар йыйылған. Гимназияла ойошторолған бер саранан да ситтә ҡалмайҙар. Районда, республика күләмендә үткән конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа призлы урындар яулайҙар. Әхмәтйәнов Илдан, Әлимбәкова Ралина, Мөхәмәҙйәров Ильяс, Абдрахманова Илзирә тикшереү эштәре менән беренсе синыфтан шөғөлләнәләр. Һәр йыл һайын республика кимәлендә еңеүселәр, призерҙар. Заһитов Алик, Мөхәмәтов Әмир, Васильева Виктория, Сисин Данил бейеү түңәрәген һайланылар. Һәр бер кисәнең биҙәге улар. Ишмаҡова Самира, Абдрахманова Илзирә, Козорез Милена, Мөхәмәҙйәров Ильяс музыка мәктәбенә йөрөйҙәр. Ҡыҙҙар скрипкала, Ильяс ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнай. Әхмәтйәнов Илдан, Спиридонов Артур Фирүзә Айбулат ҡыҙы етәкләгән “Экос” балалар театрында шөғөлләнәләр. Быйыл ”Ҡыңғырауҙар сыңы” балалар театрҙары республика фестивалендә 1-се урын яуланылар. Ибатуллина Ралина, Шәйбәкова Радмилла оҫта шиғыр һөйләүселәр. Ғәлиуллин Ислам ,Заһитов Алик, Мөхәмәтшина Розалина, Назаров Айтуған, Сатлыков Самат, Шәфиев Алмаз-рәссамдар.
Спорт менән дә дуҫ дүртенселәр. Шәмсетдинов Алмаз , Мөхәмәтов Әмир, Спиридонов Артур –көрәш, самбо, Сисин Данил, Сәлиев Ильяс, Әлимбәков Данил- каратэ, Мөхәмәҙйәров Ильяс- волейбол, Ишимбаев Самат- футбол, Таминдарова Риана, Абдрахманова Илзирә акробатика түңәрәгенә йөрөйҙәр. Төрлө ярыштарҙа алдынғылыҡты бирмәйҙәр.
Дүрт йыл һиҙелмәй үтеп тә китте. Әле генә тәүге тапҡыр гимназия ишектәрен асҡан беренселәр, хәҙер инде дүртенселәр, “Һау бул, башланғыс мәктәп!” байрамына йыйылды. Был байрам берсә күңелле, бер аҙ моңһоу ҙа булды. Дүртенселәрҙе ҡотларға ата-әсәләр, өләсәйҙәр, уҡытыусылар килде. Уҡыусылар ата-әсәләренә, уҡытыусыларға,тәрбиәселәргә рәхмәт һүҙҙәрен, барлыҡ әйтәсәк матур теләктәрен йыр, дәртле бейеүҙәр аша еткерҙе. Ата-әсәләр ҙә юғалып ҡалманы, балаларға йыр бүләк итте.
Шундай аҡыллы, тырыш балалар тәрбиәләгәндәре өсөн ата-әсәләргә ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә уҡыусыларға ҙур уңыштар, яңы үрҙәр, V синыфта ла тырышып уҡыуҙарын теләйем.
Һатлыҡова Айгөл Сыңғыҙ ҡыҙы,
башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.