+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
19 Июль 2023, 15:24

Ғорурланырлыҡ уҡыусым

2023 йылды президентыбыҙ “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан иткәс, күп кенә уҡыусылар үҙҙәренең яратҡан уҡытыусылары тураһында хикәйәләр ижад итеп, рәхмәт һүҙҙәре яҙа. Мин Ҡолсора урта мәктәбендә 30 йыл башланғыс класс уҡыусыларына белем бирәм һәм үҙемдең уҡыусым тураһында яҙып үткем килә.

Ғорурланырлыҡ уҡыусым
Ғорурланырлыҡ уҡыусым

    Һаумыһығыҙ, “Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре. Мин Баймаҡ районы Ҡолсора ауылынан Уйылданова Гөлгөнә Николай ҡыҙы булам. Һеҙҙең журналды өйҙә балаларым менән яратып уҡыйбыҙ, кәрәкле материалдарҙы дәрестәремдә йыш ҡына ҡулланам. Ҡыҙым Уйылданова Гөлсейә март айының һанында баҫылып сыҡҡан “Ҡоштар” филвордында 2 урын алды.

   2023 йылды президентыбыҙ “Уҡытыусы һәм остаз йылы” тип иғлан иткәс, күп кенә уҡыусылар үҙҙәренең яратҡан уҡытыусылары тураһында хикәйәләр ижад итеп, рәхмәт һүҙҙәре яҙа. Мин Ҡолсора урта мәктәбендә 30 йыл башланғыс класс уҡыусыларына белем бирәм һәм үҙемдең уҡыусым тураһында яҙып үткем килә.

  Ғафаров Байрас Ҡолсора ауылында йәшәй. Балалар баҡсаһына йөрөгән ваҡыттан алып һәр төрлө сараларҙа актив ҡатнаша. 5 йәшендә район кимәлендә үткән шиғыр һөйләүселәр бәйгеһендә еңеүсе булды. 2 класта уҡығанда “Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнашты. Байрас уҡыуҙа ла алдынғы, ҡумыҙҙа оҫта уйнай, йыр,бейеү конкурстары еңеүсеһе лә, көрәшсе лә. Бына уның бер нисә еңеүҙәре:

VII  Межрегиональный конкурс кубызистов и исполнителей горлового пения(узляу) им.Роберта Загретдинова, Диплом участника

VIII  Межрегиональный конкурс кубызистов и исполнителей горлового пения(узляу) “Ай ауазы”, Лауреат  II степени

Районный турнир по борьбе Курэш, 1 место

Зональный турнир по борьбе Курэш, 3 место

Республиканская  спортакиада 2 место

I место в фестивале Всероссийского физкультурно-спортивного комплекса “ГТО” среди обучающихся общеобразовательных организаций

Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Аҡйондоҙ һәм Аҡйегет” район бәйгеһендә “Тамашасы һөйөүе” номинацияһында еңеүсе. Әле был Байрастың бөтә еңеүҙәре түгел. Ҡумыҙҙа ныҡлап өйрәнер өсөн билдәле ҡумыҙ оҫтаһы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтан дәрестәр ала.

   Байрас башланғыста уҡыған ваҡытында артабан тырышып уҡыр, һәләттәрен арттырыр тип өмөт бағалай инем. Уҡыусым минең  ышанысымды аҡланы тип ҡыуанам. Һәр ваҡыт иғтибарлы, өлкәндәргә ихтирамлы. Ниндәй генә ярышта ҡатнашмаһын, урын алмайынса ҡайтмай ул. Әле Берҙәм Дәүләт Имтихандарын уңышлы тапшырып, ҡулына 4 һәм 5 билдәләренән генә торған аттестат алып ҡыуандырҙы. Байрас теләгән уҡыу йортона инер, үҙе һайлаған һөнәрҙе үҙләштереп, илебеҙҙең киләсәге өсөн тырышып эшләр тигән өмөттә ҡалам. Аҡ юл, һиңә, Байрас!

 

  Уйылданова Гөлгөнә Николай ҡыҙы, Баймаҡ районы Ҡолсора урта мәктәбе

 

Ғорурланырлыҡ уҡыусым
Ғорурланырлыҡ уҡыусым
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: