+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
21 Июль 2023, 10:14

Атайымдың исемен йөрәк түренә һалып, тиҫтә йылдар һаҡлап, көс дәрт алып ғүмер итәбеҙ

Полиция майоры Шәмсетдинов Адик Радис улы иҫтәлегенә Салауат районының Әлкә ауылында мини футбол буйынса ярыш үткәргәндәр.

Атайымдың исемен йөрәк түренә һалып, тиҫтә йылдар һаҡлап, көс дәрт алып ғүмер итәбеҙ
Атайымдың исемен йөрәк түренә һалып, тиҫтә йылдар һаҡлап, көс дәрт алып ғүмер итәбеҙ

Беҙ, атайым полиция майоры, Шәмсетдинов Адик Радис улы иҫтәлегенә Салауат районы Әлкә ауылында мини футбол буйынса ярыш үткәрҙек. Атайыма 48 йәш тулған булыр ине.

Атайым бик яҡшы, кешелекле, ярҙамсыл булған. Ул эске эштәр бүлеге янында район-ара ведомствоның начальнигы булып эшләгән. Тырышлығы менән майор дәрәжәһенә барып еткән, бик күп маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдары бар. Эшенэ бик яуаплы ҡараған. Әсәйем Юлиә Ғөбәйҙулла ҡыҙы менән беҙгә өс балаға ғүмер биргәндәр. Быйыл 11 тапҡыр футбол турниры уткәрҙек. Спонсор Лениза Вәрис ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Салауат районы футболсылары үҙ көстәрен һынап ҡайттылар. Әлкә егеттәре еңеп, Кубок алдылар. 2-се урын Иҙрис ауылынан килгән футболсылар, 3-4-се урын Юлай командалары алды. Без атайымдың башҡарған эштәре алдында баш эйәбеҙ һәм сикһеҙ ғорурланабыҙ. Атайымдың исемен йөрәк түренә һалып, тиҫтә йылдар һаҡлап, көс дәрт алып ғүмер итәбеҙ. Изге рухын бөгөнгө көндә лә батырлыҡтарға, яҡшы эштәргә әйҙәй.

Автор:Инсаф Шәмсетдинов, Әлкә урта мәктәбенең 8-се синыф уҡыусыһы
Читайте нас: