+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
2 Август 2023, 15:21

Нисек ғәфү итергә?

Ҡәҙерле дуҫым! Күңелеңдә кемгәлер асыуланып, үс һаҡлап, рәнйеп йөрөһәң, энергияңдың бер өлөшө ана шул үпкәләрҙе туҡландырыуға китеп торасаҡ. Үҙеңдең дә йыш ҡына, батарейкаң яртылаш ултырғандай, хәлһеҙ йөрөгәнең барҙыр.

Нисек ғәфү итергә?
Нисек ғәфү итергә?

Ҡәҙерле дуҫым! Күңелеңдә кемгәлер асыуланып, үс һаҡлап, рәнйеп йөрөһәң, башҡаларҙы ғәйепләһәң, дөрөҫ булмағаныңды белә тороп үҙеңдекен иҫбатларға тырышһаң, бәхәсләшһәң, энергияңдың бер өлөшө ана шул үпкәләрҙе туҡландырыуға китеп торасаҡ. Үҙеңдең дә йыш ҡына, батарейкаң яртылаш ултырғандай, хәлһеҙ йөрөгәнең барҙыр.
Шуға ла психологтар күңелдә үпкә һаҡламаҫҡа, ғәфү итергә ҡушалар. Бигерәк тә атай-әсәйеңде, туғандарыңды үҙ ваҡытында ғәфү итеп барырға кәрәк. Ғәфү итеү ул мотлаҡ башҡаларҙың холоҡ-фиғелен ҡабул итеү, улар дөрөҫ, тип үҙең тураһында яман фекергә килергә ярамай. Ғәфү итә белеү кешене яҡшыраҡ, миһырбанлыраҡ итә. Ә бына ғәфү итмәһәң, асыуыңды күңелеңдә һаҡлаһаң, әкренләп һине эстән ағыулай. Аҙаҡ ул тәндә йә сабыртмалар рәүешендә, йә сир булараҡ беленәсәк. Тәнең дә, күңелең дә һау буласаҡ.
Шуға ла әҙ генә негатив уй барлыҡҡа килдеме, уның менән көрәш, уларҙы ыңғай ҡарашҡа алыштыр. Һәр нәмәлә позитив күрергә тырыш. Үҙеңә: “Был хәлдән мин үҙем өсөн нимә аңланым?” “Әгәр артабан да асыуланып йөрөһәм нимә була?” “Әгәр ғәфү итһәм ҡайһылай булыр?” тигән һорауҙарҙы бир һәм уға яуап табырға тырыш.
Ғәфү итеү ул, тимәк, өлкәнәйеү, үҙеңдең тормошоңда кем өсөнөр урын бүлеү, уны нисек бар, шулай ҡабул итеү. Артабан тыныс күңел менән йәшәр өсөн үҙеңдә ғәфү итерлек көс тап һәм алға бер аҙым яһа... 

Гөлнара МОСТАФИНА.

Нисек ғәфү итергә?
Нисек ғәфү итергә?
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: