+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
4 Август 2023, 09:00

Һеҙҙең ауылда ҡыҙҙар һуғышамы? Беҙҙекеләр, исмаһам, һуғыша-а-а…

– Тышта ҡыҙҙар һуғыша! Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән клуб эсендәге үҫмерҙәр дөбөр-шатыр тышҡа атлыҡты. Кем? Ҡайҙа? Ни өсөн?

Һеҙҙең ауылда ҡыҙҙар һуғышамы? Беҙҙекеләр, исмаһам, һуғыша-а-а…
Һеҙҙең ауылда ҡыҙҙар һуғышамы? Беҙҙекеләр, исмаһам, һуғыша-а-а…

– Тышта ҡыҙҙар һуғыша!

Ошо һүҙҙәрҙе ишетеү менән клуб эсендәге үҫмерҙәр дөбөр-шатыр тышҡа атлыҡты. Кем? Ҡайҙа? Ни өсөн?

Был ваҡытта клуб артындағы ярым ҡараңғы майҙанда ике ҡыҙ, бер-береһенең сәсенә сат йәбешеп, зыр әйләнә ине. Уларҙы уратып алған егеттәр, мут йылмайышып, тамашаны телефондарына төшөрә.

– Бисура!

– Үҙең һин яр пәрейе! Икенсе юлы егетемә яҡын барып ҡара!

Әһә, былар бит егет бүлешә алмай. Гөлсинәнең егете күрше Ҡараяр ауылынан өләсәләренә килеп йөрөгән Айсулпанды оҙата барған икән. Былай ҙа яһиллығы менән дан алған ҡыҙ, был шаҡ ҡатырғыс хәбәрҙе ишетеү менән, ҡунаҡ ҡыҙҙы “стрелкаға” саҡырған. Тәүге кистә Айсулпан, ҡурҡыпмылыр, урамға сыҡмаған. Икенсе көндә ул Гөлсинәнең Дамиры менән урам буйлап йөрөргә сыҡҡан. Ауылда хәбәр тиҙ тарала бит ул, кемдер Гөлсинәгә һөйгәненең йәнә ҡунаҡ ҡыҙҙың ҡапҡа төбөндә тороуын күреп, еткерә лә һалған. Көндәшенең клубҡа сығыуын “дүрт күҙ менән” көткән ҡыҙҙы был хәбәр тағы ла ярһытҡан. Әхирәт ҡыҙҙарын һөсләтеп, төрлөсә хәйлә ҡороп, Айсулпанды клуб яғына саҡыртты ул. Килмәй генә ҡараһын! Хәйер, килһә лә эләгә инде уға, былай. Гөлсинә үҙе Айсулпандың өләсәләренә барып, һуғышып йөрөй алмай ҙа инде. Исмаһам, нейтраль биләмәлә “көс һынашырҙар”.

“Тиҙ генә клуб яғына барып етә һал. Унда һинең Айҙар ҡустыңа бәйләнәләр!” Ах та ух килеп, йүгереп килеп еткән ҡыҙҙарҙан был хәбәрҙе ишетеү менән Айсулпан ауыл уртаһындағы клуб яғына сапты. Мәмәй ауыҙ Дамиры аңламай ҙа ҡалды шикелле. Әй, ҡалһын да. Өләсәһе, бер-берегеҙҙе ҡараштырып, матур йөрөгөҙ, тип сығарҙы бит икеһен урамға. Туҡманылармы икән туғанын?!

Айсулпан клуб ауыҙына килеп етеүгә, шунда торған ике ҡыҙ бинаның арт яғына ымланы, йәнәһе, бында түгел, тегендә “разборка” бара. Һы, унда берәү ҙә юҡсы?! Хәйер, бар икән. Сәсен баш түбәһенә өйөп бәйләгән, спорт кейемендәге ҡыҙҙы күреп, йөрәге табанына төшә яҙҙы. Был бит арттан ҡалмай эйәреп йөрөгән Дамирҙың ҡыҙы Гөлсинә лә баһа! “Әллә ул саҡырттымы…” тигән хафалы уй мейеһен ярып үтте ҡунаҡ ҡыҙҙың. Аңғармаҫтан, Гөлсинә Айсулпандың сәсенән кинәт тартты ла, тубығы менән эсенә тибеп ебәрҙе.

– Нимә, Дамир кәрәк булдымы һиңә, Ҡараяр йолҡошо? – тип ыҫылдай үҙе.

Һеңк… Айсулпандың эсендә ниҙер өҙөлдөмө ни. Эсен тотоп, сүгәләмәк булды. Юҡ шул, Гөлсинә уның сәсенән ҡаты тотҡан, ебәрмәй.

– Ү… Үҙең һин йолҡош, яҡшы булһаң, мине оҙатам тип йөрөмәҫ ине! – тине ул, саҡ-саҡ тын алып.

Юҡ, былай булмай, торорға кәрәк. Ике йыл элек самбоға йөрөгәндә өйрәнгән алымын ҡулланып, Гөлсинәнең ҡултығы аҫтынан шылып сыҡты ла, тегенең сәсенә йәбеште ҡунаҡ ҡыҙ. Мә һиңә, мә! Китте алыш! Уларҙың сарылдашып ҡысҡырыуына клубтан йәштәр сығып тулды.

Исмаһам, береһе ҡыҙҙарҙы айырайым тиһәсе. Был һуғыш нимә менән барып бөтөрөн күҙ алдына ла килтереүе ауыр, әлдә клуб артында йәшәгән Саймә әбей, тауышты ишетеп, участковыйҙы саҡыртҡан. Ҡыҙыллы-күкле уттарҙы күреү менән, йәштәр ҡараңғы мөйөштәргә һибелде. Гөлсинә менән Айсулпан да был тирәнән ҡасыуҙы хуп күрҙеләр. Тирә –яҡ тынып ҡалды.

Был ваҡиғаға бер ай самаһы ваҡыт үтте. Дамир менән Гөлсинә ташлашты, ә Айсулпан, ҡунаҡҡа килһә лә башҡа урамға сыҡмаҫ булды. Белә ул – был ауылда яһилдарҙан яһил ҡыҙ йәшәгәнен.

 

НУРСИЛӘ.

Б. районы.

 

Автор:
Читайте нас: