+9 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
11 Август 2023, 09:48

Силәбенән яҙалар

Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында ҡуйылған тарихи һәйкәлдәргә уҡыусылар өсөн экскурсия ойошторолған.

Силәбенән яҙалар
Силәбенән яҙалар

Сәйәхәттән рухланып ҡайттыҡ! Силәбе өлкәһенең Арғаяш районында ҡуйылған тарихи һәйкәлдәргә уҡыусылар өсөн экскурсия ойошторолдо.  Тыуған яҡты танып–белеүгә арналған экскурсияла Сосновка районы Сиреүсе мәктәбенең «Башҡорт»  этнолагерендә шөғөлләнеүсе бер төркөм балалар ҡатнашты. Көнъяҡ Уралдың иң күркәм төбәге – Арғаяш районының Өйәлге күле буйында Салауат Юлаевҡа һәм Бәжекәй ауылы янында 112 атлы кавалерия дивизия яугирҙәренә арнап ҡуйылған һәйкәлдәр менән таныштыҡ. Тәбиғәт ҡосағында халыҡ батырҙары, үткән данлы тарих һәм милли мәҙәниәт буйынса файҙалы мәғлүмәт алдыҡ. Әҙәби-тарихи викторина күңелдәрҙе сәмләндерҙе.  Уҡыусыларға буклеттар тапшырылды. Викторина еңеүселәренә “Ҡуяндар дуҫлығы” тигән әҙәби йыйынтыҡ бүләк ителде. Еңеүсе 6–сы синыф уҡыусыһы Нурислам Аүхәҙиев – “Йәншишмә” гәзитенә ярты йыллыҡ бушлай яҙылыу отто. Тыуған яғыбыҙҙа батырҙар данын һаҡлаған тарихи һәйкәлдәр менән яҡындан танышып, хәтер яңыртып, йәйге сәйәхәттән рухланып ҡайттыҡ. Төркөм етәкселәре: Лариса Сәйеҙғалина, Силәбе өлкәһе Сосновка районы Сиреүсе урта мәктәбенең туған тел уҡытыусыһы; Сәриә Сәғитова, башланғыс синыфтар уҡытыусыһы.

Силәбенән яҙалар
Силәбенән яҙалар
Автор:ЗӨБӘРЖӘТ ЯҠУПОВА
Читайте нас: