+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
28 Сентябрь 2023, 13:30

Ошо тормошта кешенең бер генә ғаиләһе була.

Ошо тормошта балалар ғаилә усағында рәхәтләнеп, бәхет күреп, уның ҡәҙерен белеп кенә йәшәһәләр ине....

Ошо тормошта кешенең бер генә ғаиләһе була.
Ошо тормошта кешенең бер генә ғаиләһе була.

Ғаилә мәңгегә кеше өсөн иң ышаныслы урын булып ҡала. Кеше ҡайҙа ғына булыуына ҡарамаҫтан, өйҙә уны атаһы һәм әсәһе, өләсәһе һәм олатаһы, ҡустылары һәм һеңлеләре көтәләр икәнен белә. Ата-әсәнең һөйөүе-иң тоғро, иң изге тойғоларҙың береһе. Уларҙың балаларына булған һөйөүе бер ҡасан да һүнмәҫ. Ғаилә кеше өсөн бер мөғжизә булып тора. Һәм дә беҙ ғаиләбеҙҙең һәр кешеһен ҡәҙерләргә, уларға ауыр ваҡыттарҙа ярҙам ҡулын һуҙырға бурыслыбыҙ.
Шуныһы мөһим: ғаиләлә һәр кем, шул иҫәптән бала ла үҙ хоҡуҡтары һәм бурыстары булыуын, яҡындары хаҡында хәстәрлек күрергә тейешлеген аңларға тейеш.
Ошо донъяла күп балаларҙың тулы, матур ғаиләләре бар, ҡайһыларҙың атаһы йәки әсәһе юҡ, әммә ҡайһы берәүҙәр бөтөнләй ғаиләһеҙ. Ғаиләнең ныҡлығы, бәхетлеге уның ағзалары менән тығыҙ бәйле. Хәҙерге ваҡытта ата-әсәләр эсеп, балаларын ташлап китәләр. Унан һуң балаларҙың ололарға ышаныуҙары бөтә. Психологик яҡтан уларҙың тәрбиәләү юлының мәғәнәһе юғала. Шуға ла ата-әсәләр айыҡ тормош яҡлы булырға тейештәр. Шул ваҡытта балаларҙың күбеһе ғаилә бәхетен күреп, тыныслыҡта йәшәйәсәктәр.
Ошо тормошта балалар ғаилә усағында рәхәтләнеп, бәхет күреп, уның ҡәҙерен белеп кенә йәшәһәләр ине...

Регина Бирғәлина

Автор:
Читайте нас: