+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
9 Ғинуар , 12:05

Батыр егет - Камил

Беренсе синыфҡа килгәндә Камил бик оялсан, ҡыйыуһыҙ ғына бер малай ине. Беренсе йылда  йыш һалҡын тейҙереп  ауырыны. Уҡырға тиҙ өйрәнһә лә, дәрестәрҙе йыш ҡалдырғас, уҡыу уға ауырыраҡ бирелде. Шулай ҙа уҡыу йылын яҡшы тамамланы. Камил күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә.

Батыр егет - Камил
Батыр егет - Камил

           “Сәләмәт тәндә - таҙа аҡыл”, тип мин үҙемдең тырыш, батыр уҡыусым Сабуров Камил тураһында әйткем килә. Камил быйыл өсөнсө класс уҡыусыһы. Ул шундай көслө рухлы, тырыш, аҡыллы һәм тәртипле уҡыусыларымдың береһе. Камил гел “4”-ле һәм “5”- ле билгеләренә генә уҡый.

          Беренсе синыфҡа килгәндә Камил бик оялсан, ҡыйыуһыҙ ғына бер малай ине. Беренсе йылда  йыш һалҡын тейҙереп  ауырыны. Уҡырға тиҙ өйрәнһә лә, дәрестәрҙе йыш ҡалдырғас, уҡыу уға ауырыраҡ бирелде. Шулай ҙа уҡыу йылын яҡшы тамамланы. Камил күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнә. Уның ағаһы һәм ике ҡустыһы бар. Шундай батыр егеттәр үҫә был ғаиләлә. Эйе, ысынлап та, улар батыр егеттәр. Мәктәптә уҡығанда Камилдең әсәһен дә үҙем уҡытҡайным. Әсәһе лә тырыш, үҙ маҡсатына ирешеүсән уҡыусы ине.

          Икенсе синыфҡа килгәндә Камил батырланып, көсләнеп, үҫеп киткәйне. Уҡыуҙа ла, эштә лә ул етеҙерәк, ҡыйыуыраҡ, ышаныслыраҡ тойолдо. Ни булған Камилгә?  Баҡһаң, әсәһе дүрт улын да Туймазы ҡалаһындағы “Самурай” спорт  академияһына “Көрәш” түңәрәгенә биргән икән. Көн дә дәрестәрҙән һуң дүртеһен дә ултыртып Туймазы ҡалаһына түңәрәккә йөрөтә. Был спорт мәктәбендә ял көндәре лә, каникулдар ҙа юҡ икән. Ошо ике йыл эсендә районда, күрше Октябрьский ҡалаһында уҙғарылған бөтә ярыштарҙа ҡатнашып, күп миҙалдар яуланы был батыр егеттәр. Көҙгө каникулдарҙа Өфө ҡалаһында уҙғарылған ярыштан дүртәүләп еңеү яулап ҡайттылар. “Спорт кешенең сәләмәтлеген генә нығытып ҡалмай, тормошҡа, уҡыуға, ата-әсәгә ҡарата мөнәсәбәтен тик яҡшы яҡҡа ғына үҙгәртә. Рух көсөн үҫтерә”,- ти Камилдең әсәһе Эльгина. “Балаларҙың атаһы ла спорт яҡлы”,- тип өҫтәп ҡуйҙы батыр егеттәрҙең әсәһе. Камилде класташтары дөрөҫ кәңәштәре өсөн   хөрмәт итәләр һәм яраталар. Камил эргәһендә йүткерергә лә ярамай, хәҙер спорт тураһында һөйләй ҙә башлай.

          Үҙемдең уҡыусым менән сикһеҙ  ғорурланам һәм уның уңыштарына һөйөнәм. Камилгә, уның ағай-энеләренә киләсәктә ҙур уңыштар, тағы күп-күп еңеүҙәр яулауҙарын, ата-әсәһенә, тыуған илебеҙгә ҙур терәк булыуҙарын  теләйем.

Туймазы районы Серафим ауылы, 3-сө мәктәп. Әҙерләне: уҡытыусыһы Зарипова Ильвира Нәҙиф ҡыҙы.

Автор:
Читайте нас: