Ҡышҡыһын беҙҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ, ҡоштар, беҙҙең ярҙамға бик мохтаж. Сөнки ҡышҡыһын ҡоштарға үҙаллы аҙыҡ табыуы бик ауыр. Бының өсөн беҙ уларға тағарак әҙерләйбеҙ. Ҡоштарҙы иген, тары, һоло бөртөктәре менән туҡландырабыҙ. Ә һеҙ ҡышҡыһын ҡоштарға ярҙам итәһегеҙме?
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 2-се синыф уҡыусыһы Рәхимов Таһир