+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
2 Февраль , 11:19

Хыялдар тормошҡа аша

Дүртөйлө районы, Мәскәү ауылы, башланғыс синыф уҡытыусыһы Кнәзова Зилә Мөбәрәк ҡыҙы хаты.

Хыялдар тормошҡа аша
Хыялдар тормошҡа аша

Беҙҙең Мәскәү мәктәбе уҡыусылары быйыл да үҙҙәренең көстәрен һынап ҡарарға булдылар. Үткән йылда инициатив бюджетлау проектында ҡатнашып, еңеү яуланылар. Мәктәбебеҙҙә яңы быуын китапханаһы булдырылды. Яңы интерактив ҡоролмалар менән йыһаҙландырылды. Был эш әлбиттә бөтәбеҙҙе лә бик ҡыуандырҙы. Тағы ла, яңы алымдар ҡулланып, быйыл да конкурста ҡатнашырға булдылар. Уҡыусылар үҙҙәренең инициатива проекттарын тәҡдим иттеләр. "Мәктәптә туризм булдырыу", "Мәктәп бәҙрәфтәрен йыһазландырыу", "Гардероб бүлмәһен яңыртыу", "Мәктәп музейын төҙөкләндереү", "Яңыртылған компьютер бүлмәһе булдырыу". Барлыҡ уҡыусылар ҙа ошо тәҡдим ителгән проекттарҙы тыңлап, тауыш бирҙеләр. Яҡлау бик үҙенсәлекле, әүҙем үтте. Күпселек тауыш менән 8-се кластар тәҡдим иткән "Мәктәптә яңыртылған компьютер бүлмәһе булдырыу" проекты еңеп сыҡты. Был проект сиктәрендә заманса йыһазландырыу, интерактив ҡоролмалар булдырыу планлаштырыла.

Проектта ҡатнашыусы төркөмдәргә рәхмәт белдерәбеҙ! Теләгән теләктәре, уйлаған хыялдары тормошҡа ашһын тигән теләктә ҡалабыҙ!

 

Дүртөйлө районы, Мәскәү ауылы, башланғыс синыф уҡытыусыһы Кнәзова Зилә Мөбәрәк ҡыҙы

Автор:
Читайте нас: