+24 °С
Ямғыр
Хат-хәбәр
8 Февраль 2024, 08:30

Шәмдәребеҙ яугирҙарыбыҙҙың — тәнен, хаттарыбыҙ йәнен йылытһын

Өфө ҡалаһының 161-се лицейы уҡыусылары һәм уҡытыусылары махсус хәрби операциялағы яугирҙарыбыҙ өсөн окоп шәмдәре эшләүҙә ҡатнашты. Улар ярҙамында һалдаттар блиндаждарын яҡтырта һәм йылыта, хатта кейемдәрен киптерә ала.

Шәмдәребеҙ яугирҙарыбыҙҙың — тәнен, хаттарыбыҙ йәнен йылытһынШәмдәребеҙ яугирҙарыбыҙҙың — тәнен, хаттарыбыҙ йәнен йылытһын
Шәмдәребеҙ яугирҙарыбыҙҙың — тәнен, хаттарыбыҙ йәнен йылытһын

Был шәм ярҙамында аш-һыу әҙерләргә лә мөмкин. Шулай уҡ егеттәр йылылыҡты тотор
өсөн уны төнгөлөккә тимер мейес (буржуйка) эсенә лә яндырып ҡуя.
Лицейҙың 6-сы “Б” синыфы уҡыусылары «Һиңә яҙам, герой!» хәрби-патриотик акцияһында ла ҡатнашты. Үҙҙәренең хаттарында балалар МХО-ла ҡатнашҡан һалдаттарҙың йәндәрен йылытасаҡ изге теләктәр яҙҙы, һүрәттәр төшөрҙө, батырҙарыбыҙға тиҙерәк еңеү теләне.


161-се лицейҙың
интернет-төркөмөнән.

Автор:Сәлимә ҠАРАНАЕВА
Читайте нас