Район мәктәптәрендә уҡыусылар һәм уҡытыусылар илдең яңы биләмәләрендә уның мәнфәғәттәрен яҡлаусы яугирҙар өсөн маскировка селтәрҙәре үрә башланы. Әле ун мәктәп акцияға әүҙем ҡушылды. Мәктәп хеҙмәткәрҙәре был тәҡдимде хупланы һәм эште ҡыҙыулатты.
Материалдар һатып алыуҙа район эшҡыуарҙары ла ярҙам итә. Райондың йәмәғәт ойошмалары ла әүҙем ҡушылды. Ярҙамсыларына ла эш табылды: кемдер таҫманы киҫеп ташлай, икенселәр уны селтәргә бәйләй. Ҡул эше оҫталары һәр селтәргә ҡулдарының йылыһын ғына түгел, шулай уҡ ил һаҡсыларыбыҙға бик кәрәкле доғаларҙы ла һала.
Беҙҙең балалар яһаған әйберҙәр яугирҙарға хәрби бурыстарын уңышлы үтәргә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.
Данил АҠЫЛОВ,
Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары.