Окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре ныҡ кәрәк икәнлеген әйтте. Шунан беҙ ғаиләбеҙ менән оҙон ҡышҡы кистәрҙә окоп шәмдәре эшләй башланыҡ. Һалдаттарыбыҙҙың һыуыҡта, ҡараңғы окоптарҙа, блиндаждарҙа өшөп йөрөүҙәрен теләмәйбеҙ. Беҙҙең ҡәҙерле һалдаттарыбыҙға әҙ генә булһа ла ярҙам итә алыуыбыҙға ҡыуанып, дәртләнеп эшкә тотондоҡ.
Әсәйем шәм эшләү өсөн иң тәүҙә кәрәк-яраҡ әйберҙәр әҙерләне. Бының өсөн таҙа, еҫһеҙ парафин, милтә өсөн махсус ептәр һатып алды. Буш кукуруз, борсаҡ консервалары банкаларын йыйҙыҡ. Уларға ҡатырғалар тултырып сыҡтыҡ. Ирегән парафинды тимер һауыттарға ҡойоп һәр береһенә милтә ҡуйҙыҡ.
“Изгелек бер ҡасан да ерҙә ятып ҡалмай. Матур теләктәр теләп эшләйек, барлыҡ ир-егет-
тәребеҙ ҙә иҫән-һау, үҙ ғаләләренә тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын,” – тип йыш ҡабатлай әсәйебеҙ.
Үҙҙәрен аямай, илебеҙҙе һаҡлаусы барлыҡ атайҙар ҙа беҙҙең өсөн — ысын герой. Атайыбыҙ махсус хәрби операцияға тиклем дә Чечен Республикаһында, ике тапҡыр Сириялағы махсус операцияларҙа ҡатнашҡан. Әлеге ваҡытта уның ун өс миҙалы бар. Шуларҙың бишеһенә әлеге хәрби операцияла лайыҡ булды. Беҙ уның менән сикһеҙ ғорурланабыҙ.
Бөгөн беҙҙең барыбыҙҙың да бер теләк – батырҙарыбыҙ тыуған илебеҙгә иҫән-имен, еңеү
менән данланып, әйләнеп ҡайтһын! Беҙ атайҙарыбыҙҙы һағынып-зарығып көтәбеҙ!
ЭЛИНА, ӘЛИӘ, БАЙМОРАТ, НУРЗӘЛИӘ.
Өфө ҡалаһы.