Бында батыр эҙҙәре һаҡлана
“Беҙ – батыр үҫкән ауылдан!” – шулай тип ҡабатларға яратабыҙ беҙ. Тыуған еребеҙҙә – Әлшәй районы Отрада ауылында Советтар Союзы Геройы Михаил Рабовалюк тыуыуы менән бик ғорурланабыҙ. Ауыл урамдары һәм тыҡрыҡтарынан, эргәбеҙҙәге урман һуҡмаҡтарынан үткәндә: “Ошо урындар батыр эҙҙәрен һаҡлай бит”, – тип уйлайым. Ауылдаштарыбыҙ Рабовалюк хаҡында изге хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн, Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы ярҙамында уға һәйкәл ҡуйырға теләй.
Михаил күрше ябай крәҫтиән ғаиләһендә тыуып үҫә. Баландино ауылындағы мәктәпкә көн һайын йөрөп белеп ала. Шунан зоотехниктар курсында уҡый. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, тәүгеләрҙән булып илебеҙҙе яҡлаусылар сафына баҫа. Ҡыйыу ауылдашыбыҙ уҡсылар полкында взвод командиры була. 1945 йылдың 15 ғинуарында Варшаванан төньяҡтараҡ дошман оборонаһын өҙгәндә уның взводы фашистарға дәһшәтле ут яуҙырып, совет ғәскәрҙәренә етеҙ алға барырға булышлыҡ итә. Михаил тиңдәшһеҙ батырлыҡ өлгөһө күрһәтә, яугирҙәрҙе ҡаһармандарса һуғышырға саҡыра. Был алыш өсөн ул Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителә.
Яҡташыбыҙ 1945 йылдың 10 февралендә аяуһыҙ алыштарҙың береһендә һәләк була. Беҙ уны бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ! Ул ауылыбыҙҙа һәйкәл булып ҡалҡыр ҙа беҙҙе һәр ваҡыт батырлыҡҡа, илебеҙҙе яратырға өндәп торор, тип ышанам.
Карина Харрасова,
Әлшәй районы Ҡыпсаҡ-Асҡар мәктәбенең 9-сы синыф уҡыусыһы.