+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
23 Февраль , 13:10

Атайға хат

Сәләм Мәсәғүттән! Һаумы, атай! Һиңә ҡарлы-буранлы бер көндә һағынышлы сәләмдәр Атай, хәлдәрең нисек? Хәлдәреңде һораған булам да ул, нисек булһын инде, беҙгә «Яҡшы!» тиһәң дә, ут эсендә, үлем менән ҡапма-ҡаршы осрашып, көнө-төнөн үлем менән көрәшҡәс – нисек яҡшы булһын инде...

Сәләм Мәсәғүттән! Һаумы, атай! Һиңә ҡарлы-буранлы бер көндә һағынышлы сәләмдәр Атай, хәлдәрең нисек? Хәлдәреңде һораған булам да ул, нисек булһын инде, беҙгә «Яҡшы!» тиһәң дә, ут эсендә, үлем менән ҡапма-ҡаршы осрашып, көнө-төнөн үлем менән көрәшҡәс – нисек яҡшы булһын инде... Ә беҙҙең хәлгә килгәндә – Аллаға шөкөр, әкеренләп йәшәп ятабыҙ, донъя көтәбеҙ. Минең дә, ҡустымдың да сығарылыш кисәһе булды. Шундай күңелле үтте, тик һин генә беҙҙең янда булманың, күрә алманың. Мин бишенсегә, ә ҡустым беренсегә уҡырға барҙы. Аллаға шөкөр, мин ике сиректе лә тик биш билдәләренә тамамланым, ҡустым да бирешмәй, тырышып ҡына уҡый. Ә бына әсәйемә килгәндә, уның күҙҙәре гел моңһоу, йөҙөндә йылмайыу юҡ. Беҙгә күрһәтмәҫкә тырышҡан була ла, тик мин хәҙер бит ҙур, барыһын да аңлайым. Әсәйемдең йоҡоһоҙ үткәргән төндәре йөҙөнә һырҙар, сәстәренә сал һалды. Шулай булһа ла бирешмәҫкә тырыша.

Атай, иҫләйһеңме, йәй көнө айҙан ашыу хәбәрең булманы. Ул ғазап минуттарын кисергәнебеҙ бер ваҡытта ла онотолмаҫ. Әсәйем ҡайҙа ғына шылтыратманы ла, ҡайҙа ғына мөрәжәғәт итмәне. Көндәр буйына әсәйем һинең иҫәнлегеңә доғалар уҡый, “Балаларыбыҙ хаҡына иҫән-һау йөрөһөн”тип, Алла бабайҙан ялбарып һорай. Өләсәйем: “Ир баланың теләгәне нығыраҡ ҡабул була,” тип әйтҡәс, әсәйем артынан, ҡустым менән бергә шым ғына беҙ ҙә ҡабатлайбыҙ. Һуғыштар бөтһөн, һин тиҙерәк ҡайтһын тип, әсәйем ҡорбан һалдырҙы. Ауылдағы бөтә әбей-бабайҙар, ағай-апайҙар, яу ҡырҙарында иҫән йөрөһөн, дошман ҡулдарына ҡалмаһын, тип, һинең өсөн доға ҡылдылар. Бына шулайыраҡ беҙҙең хәлдәр. Таң ата ла, кис була. Һине яҙға ҡайта тип, яҙҙы көттөк, яҙы ла, көҙө лә үтте, ап-аҡ ҡарҙар яуып, ҡыш та етте. Тик һин һаман ҡайтмайһың... Беҙҙең өҙөлөп, зарығып көткәнде белмәйҙәрме икән һуң? Эй, атай, һин генә быларҙы хәл итә алһаң икән? Аңлайым, күңелем менән һиҙәм, һин дә осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтәһең. Эх, атай, ниңә мин әкиәттәге кеүек тылсымға эйә түгелмен икән? Тылсым таяғымды алыр инем дә, берҙе генә һелтәп ебәрһәәәм, донъябыҙ тынысланыр ине лә һин беҙҙең янға ҡайтыр инең! Һуғышта йөрөгән бөтә ағайҙар, бабайҙар тыуған яҡтарына ҡайтып, ғәзиздәрен ҡосаҡларҙар ине... Их, был бары тик хыял ғына. Ярай, атай, бөтәһен дә хатҡа яҙып бөтөп булмай, һин ҡайтҡас, Алла бирһә, күп итеп, оҙаҡ итеп һөйләшербеҙ. Беҙҙең өсөн ҡайғырма, атай, туғандарыбыҙ, өләсәйем, олатайым килеп тора, ярҙам ҡулын һуҙалар. Тик һин, атайым, үҙеңде һаҡла, дошман ҡулдарына дусар булма, зинһар өсөн, үтенеп һорайым. Мин һиңә һүҙ бирәм: ҡустым менән тырышып уҡырға,әсәйемә ярҙам итергә, һәр ваҡыт уны тыңларға! Дуҫтарыма ла, тырышып уҡыйыҡ, тип әйтәмен. Йылы, яҡты, матур мәктәптә тырышып уҡырға ғына ҡала беҙгә. Атайым, мин һинең менән сикһеҙ ғорурланам. Ҡурҡыу белмәйенсә, тыуған илебеҙҙе дошмандан һаҡлап, беҙҙе ошондай тыныс донъяла йәшәткәнең өсөн рәхмәт! Алла бирһә, ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө яҡлап, Еңеү яулап беҙгә ҡайтырһың.

Ғинуар, 2024 йыл.

Дәрестә инша, хикәйә, хат - һәр кем ниндәйҙер ижади эш төрөн һайланы. Ғилметдинов Рияздың махсус операцияла ҡатнашҡан атаһына яҙған хатын уңышлы тип таптым. Әсәһе менән кәңәшләшеп һеҙгә ебәрергә ҡарар иттек. Рияз бөтә фәндән дә тик бишкә генә өлгәшә. Атаһын 2022 йылдың йәйендә алып киткәйнеләр, былтыр, 2023 йылдың ғинуарында һәм бына быйыл, ниһайәт, үткән аҙнала ҡайтты (ә был хатты улар ғинуар айында яҙғайны). 

Автор:
Читайте нас: