+6 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
10 Апрель , 15:05

Мәктәбемдә байрам үтте

Белорет  районы Манышты мәктәбенең 8-се ксиныф уҡыусыһы Әминә Сәғитова яҙа:

Мәктәбемдә байрам үтте
Мәктәбемдә байрам үтте

Манышты мәктәбенең бер  йомаһында быйылғы Ғаилә йылына арналған   "Һөнәрленең ҡулы алтын" исемле ҙур, матур байрам үтеп китте.
    Ошо сарала уҡытыусылар, уҡыусылар, ауылдың оҫта ҡуллы апайҙары, әсәйҙәр, инәйҙәр ҡатнашты.
Был байрамға районыбыҙҙың "Урал" гәзитенең баш мөхәррире Сатура Жәүәт ҡыҙы Минһажетдинова һәм хәбәрсеһе
Зөлфирә Зөлфәр ҡыҙы Сөләймәнова килеп киттеләр.
     Сараны директор урынбаҫары Рәшиҙә Байрамғалина менән башҡорт теле һәм технология уҡытыусыһы, класс етәксем Ләйсән Ғәзиз ҡыҙы Файзуллина алып барҙылар.
    Тәүҙә мин, 8 класс уҡыусыһы ,Сәғитова Әминә үҙем эшләгән йомшаҡ уйынсыҡтар менән таныштырып үттем.Ә унан һуң минең апайым, 9 класс уҡыусыһы, Сәғитова Диниә- мәрйендән беләҙектәр, һырғалар,муйынсыҡтар, төҫлө ленталарҙан төрлө биҙәүестәре тураһында һөйләне.
   Һуңынан Дәүләтшина Регина-сүстән йыуынғыс, төҫлө ептән сәскәләр, сумкалары менән таныштырҙы.
    Матур сара концерт номерҙары менән бергә алып барылды."Бәхет өсөн","Минең Ватаным" Дәуләтшина Регинаның "Әсәйемә" йырҙары, Мәғәфуров Ғәмирҙең ҡурай, Сәйетов Абдуллахтың гитара моңдары, Мәғәфурова Айлинаның "Татар ҡыҙы" бейеүе, Йомағолова Нурсиләнең шиғыры-барыһына ла бик оҡшаны.
    Байрамда иң оло инәй  Ғилманова Рәфиға Шәрәфетдин ҡыҙы -тауар киҫәктәренән түшәк эшләп күрһәтте,Йоламанова Сөмгөл Ғәлләметдин ҡыҙы -тәмле буҙаһы менән барыһын да һыйланы, Йомағужина Илгизә Ғәлләметдин ҡыҙы-кейеҙ баҫыу серҙәре менән бүлешеп, үҙенең эштәрен күрһәтеп китте,  минең әсәйем-Сәғитова Миңһылыу Хизбулла ҡыҙы - селтәрҙәр эшләү, тегеү тураһында һөйләп үтте,Фәйзуллина Ләйсән Ғәзиз ҡыҙы-ептәрҙән сәскә бәйләгән, төҫлө ленталарҙан картиналар эшләгән эштәрен күрһәтте.Йомағужина Сажиҙә Абдулбасир ҡыҙы-аҫалы балаҫ һуғып күрһәтте.
Оҫталарҙың бөтәһенә лә мәктәптең "Рәхмәт хат"тары тапшырылды һәм йәмле сарабыҙ сәй табыны артында тамамланды.

 

                                                 Әминә Сәғитова

                        Белорет  районы Манышты мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: