+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
11 Апрель , 13:22

Бәхтейәр менән Батырхан иптәш ҡыҙҙары менән

Ураҙа байрамын Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылы балалары түҙемһеҙләнеп көтөп алдылар.

Бәхтейәр менән Батырхан иптәш ҡыҙҙары менән
Бәхтейәр менән Батырхан иптәш ҡыҙҙары менән

Ураҙа байрамын Хәйбулла районының Татыр-Үҙәк ауылы балалары түҙемһеҙләнеп көтөп алдылар.
Улар араһында ағалы-ҡустылы Бәхтейәр менән Батырхан да бар ине. Малайҙар байрам алдынан иртәрәк йоҡларға ятты, сөнки иртүк тороп әйенселәргә ниәтләнеләр. Таң атып, әсәйҙәре һәүкәштәрҙе һауып инеүгә Бәхтейәр менән Батырхан әҙер ҙә ине. Эҫе ҡоймаҡтарҙы ҡаймаҡлап сәй эсеп алдылар ҙа сығып та киттеләр.

Төшкә ҡарай малайҙар моҡсайҙарын туп-тулы итеп тәмлекәстәр йыйып ҡайтты. Арығандар, хәлдәре бөткән, әммә йөҙҙәренән шатлыҡ, ҡыуаныс һәм нур бөркөп тора ине. Кискә тиклем күтәренке кәйефтә йөрөнөләр, көлөшөп йоҡлап киттеләр.

Улдарыма ҡарап ҡыуанып, үҙемдең бәләкәй сағымды иҫкә төшөрөп ултырам. Һәр нәмәнең үҙ мәле була. Шул ҡыҫҡа ғына ваҡыттарҙың ҡәҙерен белеп, шөкөр итеп йәшәргә кәрәк, тип әйткем килә. Донъяларыбыҙ имен торһон, һуғыштар бөтһөн, һалдаттарыбыҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын, балаларыбыҙ төндә тыныс йоҡлаһындар, Аллаһ бирһә!

 
Бәхтейәр менән Батырхан иптәш ҡыҙҙары менән.
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: