+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
6 Май , 14:24

Илештә бик матур шиғриәт байрамы үтте

Күптән түгел Илеш районы Түбән Йәркәй лицейында бик матур байрам булды. Оло йөрәкле, талантлы, матур күңел һәм моңло йөрәк эйәләре яҡташ шағир-яҙыусыларыбыҙ Гөлфинә Сәлимова, Рита Солтанова, Илгиз Әхмәтов менән китапханасы Алһыу Басирова ойоштороуында осрашыу үтте.

Илештә бик матур шиғриәт байрамы үтте
Илештә бик матур шиғриәт байрамы үтте

Шагирҙар улар картаймай.

Шагирҙар – ара ғына.

Ваҡыт иңһәһенә баҫып

Ял итеп ала ғына...

Тукһанда ла ялгандың ул

Һыуға ала яңағына.

Шагирҙар пыҫҡый алмайҙар.

Шагирҙар – яна ғына.

Сажидә СӨЛӘЙМӘНОВА.

    Күптән түгел Илеш районы Түбән Йәркәй лицейында бик матур байрам булды. Оло йөрәкле, талантлы, матур күңел һәм моңло йөрәк эйәләре яҡташ шағир-яҙыусыларыбыҙ Гөлфинә Сәлимова, Рита Солтанова, Илгиз Әхмәтов менән китапханасы Алһыу Басирова ойоштороуында осрашыу үтте. Республика, район газета-журналларында дөнъя күргән әҫәрҙәре, баҫтырған китаптары аша беҙ уларҙың ижадтары менән даими танышып торабыҙ, үҙебеҙгә рухи көс алабыҙ. Ә осрашыуҙа укыусыларға  якташтарыбыҙ менән туранан-тура аралашып, һорауҙар биреү форсаты тейҙе. 7, 10 синыф уҡыусылары Ғалия Рәхимова, Сулпан Гөбәйҙуллина,  Диана һәм Азалия Хафизовалар (класс  етәкселәре  - Нурия Харисова, Ленара Вәлиева, Альмира Зиннәтуллина), ҡунаҡтарҙы ихлас сәләмләп, авторҙарҙың шиғырҙарын яттан һөйләне, 6 синыф укыусылары Әмир Маликов, Әмир Муллаянов (етәкселәре – Әлфия Вәлиева, Шамил Габдраҡипов) Г.Сәлимованың  “Тауҙар менән серләшәм” әҫәренән өҙөк  сәхнәләштереп күрһәтте. Әҙиптәребеҙ үҙ сиратында тормоштары, ижадка нисек килеүҙәре тураһында һөйләне, шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе, шиғри йәнле егет һәм кыҙҙарҙы ҡәләм тибрәтеп ҡарарға, әсәрҙәр  яҙарға саҡырҙы, туған телде белергә, өйрәнергә  өндәне. Автографлы китаптарын лицей китапханаһына бүләк итеп, балаларҙы һөйөндөрҙө.

            Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ ысын мәғәнәһендә талант эйәләре. Уларҙың  йөрәк түренән сыҡҡан әсәрҙәре  йәш быуынды тәрбиәләүҙә һис шикһеҙ ҙур урын алып тора. «Киләсәктә лә  тормоштан йәм табып, матур әҫәрҙәр ижад итеп, яңылыҡҡа, алға өмөтләп йәшәгеҙ. Ижад ялҡындарығыҙ һүрелмәһен. Илһамығыҙ кәмемәһен. Һеҙгә озон ғүмер юлдары, ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ. Һеҙҙең менән тағы ла осрашыуҙар көтөп ҡалабыҙ”, - тине үҙ сығышында лицейҙың тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары Гүзәл Ибраһимова. Әһәмиәтле сара күңелдәрҙә яҡты, йылы тойғолар ҡалдырҙы.

Ралина Фәхруллина, Илеш районы Түбән Йәркәй лицейының 8 синыф уҡыусыһы.

фото: https://vk.com/httpsvk.comclub143807013 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: