Бик алыҫтан, йыраҡтарҙан, әммә шул уҡ ваҡытта ныҡ яҡын һәм дә ҡәҙерле булған тыуған ереңдән – йәмле Күсей ауылынан, Аҡма йылғаһы, Мәмилә һәм дә Күсемташ тауҙары буйынан һиңә күп сәләмдәр юллайым.
Мин – һинең Фәйрүзә апайыңдың улы Ғиниәттең өлкән улының ҡыҙы булам. Исемем – Асия.
Эй, бөйөк яугир олатайым! Һин тыуған төйәгеңә ҡайтырға тейеш инең бит. Әммә яуыз һуғыштың зәһәрле ут–ялҡыны бер кемде лә аямай икән. Дошман менән тиңһеҙ алышта, һуғыш яланында башыңды һалдың шул, яу батыры. Фашистарға бирешергә теләмәнең, пулялар һыҙғырыуына ла, снарядтар шартлауына ла иғтибар итмәй, һаман алға, Еңеүгә табан атланың. Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ имен, еребеҙ тыныс, халҡыбыҙҙың киләсәге яҡты булһын өсөн көрәштең һин.
Олатай, һин — бөйөк кешеһең! Советтар Союзы Геройы тигән юғары исемгә лайыҡ булғанһың. Ауылыбыҙҙың иң ҙур, матур урамы һинең исемеңде йөрөтә. Һәр көн иртәнсәк мине мәктәп алдында һинең һының ҡаршылай. Мәктәбебеҙ Тәфтизан Миңлеғолов исемен йөрөтә. Был минең өсөн – оло ғорурлыҡ.
Мәктәбебеҙҙә, ауылыбыҙҙа һинең яҡты рухыңа арналған бик күп саралар үткәрелеп тора. Уҡыусылар, һинең батырлығыңды данлап, иншалар яҙа, шиғырҙар ижад итә, һүрәттәр төшөрә, спорт ярыштарында ҡатнаша...
Ҡәҙерле олатайым, йәнең–тәнеңде аямай, дошмандарға ҡаршы көрәшкәнһең. Беҙ һине онотмайбыҙ, һин беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге тере булып ҡалырһың! Илебеҙ өсөн көрәшкән батырҙарҙың исеме мәңгелек, улар үлемһеҙ. Һинең ҡаһарманлығың алдында баш эйәм, бөйөк яугир олатайым! Рәхмәт!
Асия ИГЕБАЕВА, Баймаҡ районы Күсей ауылының Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов исемендәге мәктәбе уҡыусыһы.