Баймаҡ районы Түбә урта белем биреү мәктәбендәге яңылыҡтар менән бүлешмәксемен.
Беҙҙең мәктәптә уҡыусылар һәр яҡтан өлгөрҙәр, тырыштар. Уҡытыусылары ҡуйған талаптарҙы теүәл үтәп, сәмләнеп белем алалар. Улар предмет олимпиадаларында, фәнни конференцияларҙа, спорт ярыштарында, мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнашып торалар. Һәм еңел бирелмәгән еңеү яулайҙар.
Шундайҙарҙың береһе - Халфина Гөлназ. Ул быйыл 4-се класты тамамлай. Тик "5"-леләргә өлгәшә ул.
Гөлназ күп сараларҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулай. Береһе тураһында бәйән итмәксебеҙ.
1 - се кластан алып ул Ю. Гагарин исемендәге республика олимпиадаһында ҡатнашып мәктәп, район эсендә беренсе урындар яулай, республика этаптарында - призёр. Гөлназды еңеүҙәргә уҡытыусыһы - Лилиә Рафиҡ ҡыҙы Әхмәтова - әҙерләй. Уҡыусыһында осҡон күреп, уға ҡабынырға күп көс һала һәм баһаларын күреп, тағы ла бейегерәккә ынтылалар.
Быйылғы уҡыу йылында олимпиаданың ойоштороусылары Гөлназға иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙы. Ул алған грамоталарға, значектары һәм бүләктәренә һөйөнөп бөтә алмай.
Уңыштар, һиңә, алдағы йылдарҙа ла! Тик тырыштар ғына ташҡа ҡаҙаҡ ҡаға! Белем серҙәрен асырға ҡомарың һүнмәһен, һүрелмәһен, Гөлназ!