Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле редакция!
Мин Рәхимов Таһир булам, “Аманат”тың йәш хәбәрсеһе. Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 2-се синыфын уңышлы тамамланым.
Уҡыу йылының һуңғы көндәре ҡыуаныслы мәшәҡәттәргә бай булды. Гимназиябыҙҙа Рәшит Назаровҡа һәйкәл астыҡ. Был беҙҙең гимназия уҡыусылары өсөн оло ҡыуаныс!
Һалдаттар өсөн маскировка селтәрен бәйләргә йөрөйбөҙ. Был эштә үҙенә күрә таһыллыҡ та кәрәк. Тырышҡанда, барыһына ла өйрәнергә була! Ошо изге эштә ҡатнашып, еңеүгә үҙемдең өлөшөмдө индерәм тип уйлайым.
28 май – сик һаҡсылары көнөн билдәләнек. Районыбыҙҙың бөтә сик һаҡсылары хәрби комиссариат бинаһы янында йыйылды. Сик һаҡсылары һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ. Беҙ ғаиләбеҙ менән ошо сарала йыл һайын ҡатнашабыҙ.
Ниһайәт, көтөп алған каникулдарыбыҙ башланды! Тимәк, өс айҙы мин ауылда, олатай-өләсәйем янында үткәрәм. Барыбыҙға ла аяҙ күк һәм ҡояшлы көндәр теләйем! Саф һауала уйнап, сәйәхәт итеп, ялан-ҡырҙарҙы ҡыҙырып рәхәтләнеп ял итергә булһын тиҫтерҙәремә! Ә мин олатай-өләсәйҙәремә ярҙам итермен: һыйыр ҙа, ҡош-ҡорт та көтөрмөн, баҡсала сүп-сарын да уташырмын, йылғала ҡолас ташлап йөҙөрмөн, ҡомда ҡыҙынырмын, төрлө уйындар уйнарға ла ваҡытым етәрлек булыр.
Күптин-күп сәләмдәр менән, Таһир Рәхимов.