+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
22 Июль , 14:14

Быйыл йәй файҙалы үтә һәм яңы танышыуҙар менән бай

Сәләм, редакция! Куптин куп сәләм менән һеҙгә Толбазы ауылынан Рәхимов Таһир яҙа. Йәйге каникулдарҙы ғәҙәттәгесә Солтанморат ауылында олатай-өләсәйҙәрҙә үткәрәм.

Быйыл йәй файҙалы үтә һәм яңы танышыуҙар менән бай
Быйыл йәй файҙалы үтә һәм яңы танышыуҙар менән бай

Сәләм, редакция! Куптин куп сәләм менән һеҙгә Толбазы ауылынан Рәхимов Таһир яҙа. Йәйге каникулдарҙы ғәҙәттәгесә Солтанморат ауылында олатай-өләсәйҙәрҙә үткәрәм. Быйыл йәй файҙалы үтә һәм яңы танышыуҙар менән бай. Сөнки июль айында Красноусол ауылындағы балалар шифаханаһында ял иттем. Унда шундай матурлыҡ.... Тирә-яҡта урман, саф һауа, ҡоштар йырлай.. Бик яҡшы урын... Шифаханала көн һиҙелмәй үтә лә китә.Тәүҙә дауаланыу, һуңынан ял итеү, төрлө саралар, дискотекалар.... Эх, шәп...Шулай күңелле, һиҙҙермәй генә өс аҙна үтте лә китте.Лагерҙа булған саҡта күптәр менән таныштым. Дуҫлашып киттек, ҡайһы берәүҙәр менән әле лә телефон аша аралашабыҙ. Миңә бик оҡшаны! Һәм киләһе йылда әгәр килеп сыҡһа тағы килермен тип ҡайттым!
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-се синыф уҡыусыһы Рәхимов Таһир, йәш хәбәрсе.

Быйыл йәй файҙалы үтә һәм яңы танышыуҙар менән бай
Быйыл йәй файҙалы үтә һәм яңы танышыуҙар менән бай
Быйыл йәй файҙалы үтә һәм яңы танышыуҙар менән бай
Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: