Бала сағы ауыр йылдарға тура килә, шуға заман михнәттәрен күреп, сынығып үҫә ул. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа уҡ “Ағиҙел” колхозында төрлө эштә эшләй, хисапсы ярҙамсыһы ла, һауынсы ла була. Тырышлығы, ныҡышмаллығы уны Башҡортостан ауыл хужалығы институтының зоотехния факультетына килтерә. Артабан бар ғүмерен ошо йүнәлешкә бағышлаған Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙы Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының ауыл хужалығы малдарын туҡландырыу һәм аҙыҡ технологиялары лабораторияһында баш ғилми хеҙмәткәр вазифаһын башҡара.
Ул уҡыусыларға бала сағы, мәктәп, студент йылдары хәтирәләрен һөйләне. Ауырлыҡтан ҡурҡмаҫҡа, ҡуйған маҡсатҡа ирешеү өсөн тырыш, сабыр булырға өндәне. Сығарылыш синыфы уҡыусыларына һөнәр һайлау буйынса бик фәһемле кәңәштәр бирҙе. Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙарға ла тулы һәм аныҡ яуаптар алып, бик ҡәнәғәт таралышты.
Ошондай матур, фәһемле осрашыу өсөн ваҡыт табып килгән ҡәҙерле ҡунағыбыҙ Мәрйәм Ғүмәр ҡыҙына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, именлек теләйбеҙ.
Билдәле шәхестәре, алдынғы ҡарашлы уҡытыусылары менән дан тотҡан, Ер йөҙөнөң төрлө ҡитғаларында хеҙмәт итеүсе бик күп һөнәр эйәләренә ҡанат ҡуйған, тормошҡа дөрөҫ юл күрһәткән Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе быйыл үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй.
Киләсәккә изге маҡсаттар ҡуйған мәктәбем артабан да балалар күңеленә белем орлоҡтары сәсеп, илебеҙгә кәрәкле шәхестәр әҙерләһен һәм тағы ла ҙурыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшһен.
Азамат ҠАРАҒОЛОВ,
11-се синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районының Байназар ауылы.