Рухлы, киң күңелле ҡыҙ
Юлдашбаева Амелия булам. Әлшәй районы Шафран мәктәбенең 4 “Б” синыфында уҡыйым. Бейергә, йырларға, рәсем төшөрөргә әүәҫмен. Ваҡ таштарҙан (бисер) бүләккә беләҙектәр яһап, яҡындарымды, дуҫтарымды шатландырырға яратам.
Әсәйем Айгөл Олег ҡыҙы һәм атайым Юлай Салауат улы Юлдашбаевтар менән һөйөклө илебеҙҙең тарихи ҡалаларына күп сәйәхәт ҡылабыҙ. Шулай уҡ беҙ ғаиләбеҙ менән Башҡортостандың мәғрүр тауҙарына менергә яратабыҙ.
Ғәзиз илем – ожмах иле! Башҡортостанымда тыуып, башҡорт булыуым менән мин – ғорур. Ҡәҙерлеләрем – атайлы-әсәйле булыуы – үҙе сикһеҙ бәхет!