-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
30 Октябрь 2024, 15:35

Батыр йөрәкле ҡартатай!

Беҙ бәләкәй саҡта ололарҙың: “Илебеҙ тыныс булһын, беҙҙең балалар һуғыш күрмәһен инде...”— тигән һүҙҙәренә артыҡ иғтибар бирмәй торғайныҡ, хатта йыш ҡына әйтһәләр ҙә... ”Нисек инде тағы һуғыш булырға тейеш. Бар кешелек һуғыштың ниндәй аяуһыҙ икәнен белә лә инде... Күрәләтә кем һуғышҡыһы килеп торһон...” — тип уйлай инем.

Батыр йөрәкле ҡартатай!
Батыр йөрәкле ҡартатай!

Бөгөн иһә илебеҙ тыныс түгел. Кемдәрҙер
— йөрәк, кемдәрҙер ил саҡырыуы буйынса ир-
егеттәребеҙ Ил сигендә барған махсус хәрби опе-
рацияға юлланды. Ватанды һаҡлау элек-электән
ир-егеттең изге бурысы һаналған, шуға ла: “Ил
яҙмышы – ирҙәр ҡулында”, — тигән халҡым...
Ҡайҙалыр туптар шартлағанда, пулялар яу-
ғанда, ғүмерҙәр ҡыйылғанда күптәр өсөн тыныс
күңел менән йәшәү мөмкин түгел. Әсхәт Әх-
мәтғәли улы Ҡунаҡасов — шундайҙарҙың бе-
реһе.
Тыумышы менән Хәйбулла районының Аҡъ-
яр ауылынан. Заманында Совет Армияһында
хәрби бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан. Ҡа-
тыны Рәзимә апай менән, бер ул һәм бер ҡыҙ
үҫтереп, хәҙер инде ике ейәнгә ҡартатай һәм
ҡартәсәй улар. Әсхәт ағай шулай уҡ Өфө ҡа-
лаһының почетлы доноры ла.
Махсус хәрби операция башланыу менән ҡарт
һалдаттың күңелендә тынғылыҡ юғала. Инде
пенсия йәшенә еткән ир-уҙаман йәш егеттәрҙең
МХО-ла вафат булыуын ишеткән һайын йөрәге
һыҙлай, илдең киләсәге өсөн борсола.
Шулай аңҡы-тиңке килеп йөрөгән мәлдә
МХО-ға алыу йәшен оҙайтҡандарын белеп
ҡала. Ә уға әле 64 кенә. Һәм шунда уҡ, махсус
хәрби операцияға алыуҙарын һорап, ғариза яҙа.
Әлбиттә, балалары, ҡатыны көтөлмәгән яңы-
лыҡтан шаңҡып ҡала. Ләкин Әсхәт ағайҙың бер
һүҙле икәнен яҡшы беләләр, шуға ла уның был
етди аҙымын аңлап ҡабул итеүҙән башҡа сара
ҡалмай уларға.
Әлбиттә, ҡартатай кешегә хаҡлы ялда, рә-
хәтләнеп ейәндәрен ҡарашып, балыҡҡа йөрөп,
баҡса үҫтереп кенә ятырға ла булыр ине...Ләкин
ҡандан килгән яугир рухы, ватансылыҡ тойғоһо
уға тыныс ятырға бирмәй шул.
“Әҙ генә булһа ла файҙам, ярҙамым тейер...
Ҡайҙалыр йәш егеттәрҙең йәне ҡыйылғанда ни-
сек итеп тыныс ултырмаҡ кәрәк” — тип аңлата
ул был аҙымын яҡындарына.
“Киткәненә 6 айҙа үтеп китте. Көн аша, йә
ике көнгә бер шылтыратып, хәлен белгертеп
тора”, — тип һөйөнә ҡатыны Рәзимә апай. —
Хәҙер күндек инде. Имен-һау ғына йөрөп ҡайт-
һын, тиҙерәк һуғыш бөтһөн, тип теләйбеҙ һәр
ваҡыт”, — ти.
Ҡарт һалдаттың балалар баҡсаһында ми-
нең ҡулым аҫтында тәрбиәләнгән ейәне Данил
да: “Ҙуур үҫкәс, мин дә ҡартатайым кеүек ба-
тыр булам”, — тип хыяллана. Булыр, булыр...
Исемен дә, илен данлаусы, илһөйәр булһын тип,
юҡҡа ҡушмағандар бит ул!
Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен! Бала-
ларыбыҙ һуғыштың ни икәнен дә белмәй үҫһен
ине. Әсхәт Ҡунаҡасов кеүек ҡартатайҙар иһә
тыныс тормошта ейән-ейәнсәрҙәрен үҫтерешһен!
Ошондай батыр йөрәкле ҡартатайҙар барҙа иле-
беҙ бирешмәҫ!


Шәүрә ЯРМУЛЛИНА,
Өфөнөң 51-се башҡорт балалар
баҡсаһы тәрбиәсеһе.

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: