Беҙҙең Дыуан-Мәсетле мәктәбендә шахмат һәм шашка түңәрәге ойошторолған. Түңәрәк етәксеһе: Хәжимөхәметова Минзилә Сабирйән ҡыҙы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә түңәрәк ойошторҙо. Был маҡсатта ул үҙ аҡсаһына стена демонстрация материалы, 12 партия шашка һәм 8 партия шахмат һатып алып эш башланы. Дәрестәрҙән һуң актовый залында төрлө кластарҙан уҡыусылар әүҙем йыйыла: шахмат һәм шашка буйынса мәсьәләләрҙе рәхәтләнеп хәл итә һәм үҙ-ара уйнайҙар.
Шахмат тормош ауырлыҡтарын кисерергә өйрәтә. Спорт өлөшө арҡаһында шахмат көрәш характерын нығыта: балаларҙа ныҡлы ихтыяр, тәүәккәллек, күңел тотороҡлолоҡ һәм еңеүгә ынтылыш кеүек һыҙаттар формалаштыра. Әммә, барыһына ла еңеү оҡшаһа ла, шахматта еңелеүҙе ҡабул итергә өйрәтә. Ҡайһы саҡта һин дәрес бирәһең, ә ҡайһы берҙә һин һабаҡ алаһың. Уҡыусылар еңелеүҙәрҙән тәжрибә ала һәм иң яҡшы уйынсылар булып ҡайта. Тормошта ла, шахматта ла уңышһыҙлыҡҡа осрағанда аяҡҡа баҫа белеү, көслөрәк һәм аҡыллыраҡ булыу мөһимдер.
Айгүзәл Исмәғилова. 7-се синыф уҡыусыһы