1 ноябрҙә Стәрлетамаҡ районының Айыусы ауылында «Ҡаһым түрә ҡунаҡҡа саҡыра» V Төбәк башҡорт халыҡ-тарихи йыры фестивале үтте.
Фестиваль Республикабыҙҙың 10 районынан һәм 4 ҡалаһынан 150-нән ашыу ҡатнашыусыны йыйҙы.
Конкурс өс номинацияла уҙғарылды:
"Башҡорт халыҡ-тарихи йыры", "Инструменталь ижад», "Декоратив-ҡулланма ижады".
Конкурсанттар бик матур әҙерләнгәндәр. Ҡул эштәре, концерт номерҙары булды.
Байрам Ҡаһым түрә һәйкәленә сәскә һалыу менән башланып китте.
Талбазы ауылы Бахти Ғайсин исемендәге балалар музыка мәктәбе исеменән конкурста, беҙҙең «Дуҫлыҡ» ҡурайсылар ансамбле (етәксеһе Ғайсин Фаим Салауат улы) сығыш яһаны, ул «Инструменталь ижад» номинацияһында 16 йәшкә тиклемге балалар категорияһында 3-сө дәрәжә лауреаты булды. Беҙ был конкурста ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Башҡорт халыҡ-тарихи йырын һаҡлап ҡалыу һәм уны популярлаштырыү беҙҙең төп бурыс тип уйлайым. Башҡорт моңо һәм йыры мең йәшәр.
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-се синыф уҡыусыһы Рәхимов Таһир, йәш хәбәрсе