-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
19 Ноябрь 2024, 19:00

Тыуған көнгә бүләк

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына — 105 йыл. Урал ХӘЛИТОВ, Өфө районының Миловка мәктәбе уҡыусыһы яҙа.

Тыуған көнгә бүләк
Тыуған көнгә бүләк

— Йәмил улым, тор инде, көн бигерәк ма-
тур, — тип һөйөп уятты әсәйем.
Күҙемде асып ебәрһәм, атайым менән әсә-
йем эргәмдә йылмайып баҫып тора. Минән дә
иртәрәк торған ҡустым:
— Ағай, тыуған көнөңдә йоҡлап ятма инде,
тор! Атайым менән әсәйем һиңә ҙууууур бүләк
әҙерләне, — тип ҡысҡырып та ебәрҙе. Түҙмәй-
енсә, серҙәрен һатты.
Әсәйемдең йоҡа ғына итеп ҡойолған тәм-
ле ҡоймағы менән, рәхәтләнеп, иртәнге сәйҙе
эстек. Күңелдә бөтмәҫ шатлыҡ: бүләкте нин-
дәйҙер мөғжизә кеүек көтәм һаман да! Ҡотлау
һүҙҙәре лә күңелгә май булып яғылды. Әйтер-
һең дә, бөгөн үҙенең тыуған көнө, иң әүҙеме
ҡустым. Ултырғысҡа баҫып, бүләккә әҙерләгән
шиғырын мылтыҡтан атҡан шикелле яңғыра-
тып һөйләп ебәрҙе.
Атайым менән әсәйем, бер-береһенә ҡарап,
мут ҡына йылмайышты. Мөғжизәле ваҡыт
етте, ахыры. Әсәйем яғымлы ғына тауышы ме-
нән:
— Йәмил, балам, беҙ хәҙер ғаилә менән һи-
нең аҙашың тураһында яҙған бөйөк яҙыусы
Мостай Кәрим олатайҙың һәйкәлен күрергә
барабыҙ, — тине.
— Урррааа! — тип ҡысҡырып та ебәрҙе гел
тиктормаҫ ҡустым.
Машинаға ултырғас, хыял донъяһында йөҙ-
ҙөм. Ошо бәләкәй ғүмеремдә Салауат батыр-
ҙың һәйкәлен генә күрҙем. Ә шундай яҡшы
әҫәрҙәр яҙған яҙыусының һәйкәлен күҙ алдына
ла килтерә алмайым! Нисегерәк икән?!
Атайым эштә саҡта әсәйем миңә, ҡустым-
ды йоҡлатҡас, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” повесын
уҡып ишеттергәйне. Кендек менән бергә бала
саҡ донъяһын гиҙҙек. Бер туҡтауһыҙ һорауҙар
яуҙырҙым. Ә “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәрен ғаилә
менән бергәләп уҡыныҡ. Был китабы миңә би-
герәк оҡшаны: әллә төп герой минең аҙашым
булғанғамы?
Һуғыш ваҡытында балаларҙың ауыр тормо-
шон күҙ алдына килтереп, уларҙы ныҡ йәллә-
нем! Бигерәк тә, Йәмилдең әсәһе Оксана исем-
ле ҡыҙҙы иҫән-һау алып ҡайтып еткерһә, ярар
ине, тип борсолдом. Йәмил менән Оксананың
йылы мөнәсәбәтенә һоҡландым да, сер итеп
кенә әйтәм: әҙерәк көнләштем дә.
Беҙ ҙә, ҡустымдың ҡарышҡан сағын иҫәпкә
алмағанда, ныҡ дуҫбыҙ былай. Ҡояшым тип
яратам, сөнки ул һап-һары һәм тумалаҡ, үҙе
гел йылмая. Мин уны яратам, яҡлап йөрөтәм.
Бына яратҡан яҙыусымдың һәйкәле! Үәт,
һәйкәл, исмаһам! Ҡараштарын йыраҡҡа төбәп,
бөйөк әҙип үҙе ҡаршы алды. Имәндәй ныҡ
ваҡыты.
— Таныным, таныным, был һарыҡ бәрәсе
тотҡан Кендек үҙе! — тип ҡысҡырып ебәрҙем,
төп һәйкәл эргәһендәге төрлө һындарҙы күреп.
— Ә быныһы кем?– тип һораны әсәйем.
— Оло инәй , Оло инәй ! — тинем, Оло
инәйҙе танығанға ҡыуанып.
Оло инәйһеҙ һәйкәлде күҙ алдына ла килтерә
алмайым. Яратҡан яҙыусым унан, бер тотам
ҡалмай эйәреп, тормоштоң бөтә серҙәрен өйрә-
неп йөрөгән. Кендек, шундай инәһе булғанға ла
күпкә бәхетле тип һанаған үҙен. Оло инәһе —
Оло юлға алып сығыусыһы!

Урал ХӘЛИТОВ,
Өфө районының
Миловка мәктәбе уҡыусыһы.

Автор:
Читайте нас: