-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
2 Декабрь , 09:59

“Өфө муйынсағы”

Яратам да инде шул Өфө ҡалаһын! Һуңғы йылдарҙа Өфөбөҙ бик төҙөкләндерелде, матур ял итеү парктары, аллеялар, төрлө спорт комплекстары, батырҙарға арнап һәйкәлдәр ҡуйылды, ағастар ултыртылды, ғөмүмән, Өфөм үҫә, киңәйә һәм матурлана. Дуҫтарым, “Өфө муйынсағы” тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Беҙ унда ғаиләбеҙ менән ял итергә яратабыҙ.

“Өфө муйынсағы”
“Өфө муйынсағы”

Яратам да инде шул Өфө ҡалаһын! Һуңғы йылдарҙа Өфөбөҙ бик төҙөкләндерелде, матур ял итеү парктары, аллеялар, төрлө спорт комплекстары, батырҙарға арнап һәйкәлдәр ҡуйылды, ағастар ултыртылды, ғөмүмән, Өфөм үҫә, киңәйә һәм матурлана.

Дуҫтарым, “Өфө муйынсағы” тураһында ишеткәнегеҙ бармы? Беҙ унда ғаиләбеҙ менән ял итергә яратабыҙ. Баш ҡаламдың 450 йыллығына арналған тантаналы байрамды  ла “Өфө муйынсағында” байрам иттек. Ул беҙҙең иң яратҡан урындарыбыҙҙың береһенә әүерелде. Ошо муйынсаҡҡа Өфөнөң ете районы буйынса йәйәүселәргә һәм велосипедсыларға маршрут һалынған. Ә ете район муйынсаҡтың төймәләре икән! Бигерәк тә спорт һөйөүселәргә шәп урын! Мин муйынсаҡтың Калинин һәм Киров райондарында булдым да инде. Ул майҙансыҡта төрлө мөғжизәләр күрергә мөмкин. Унда сылтырап аҡҡан йылғаһы ла, ҡамышлы күле лә, ағастан-ағасҡа һикереп уйнаған уйнаҡ тейендәре лә, матур һындар ҙа, саф һауаһы ла, йәшел ҡуйы ағастары ла, моңло ҡош һайрауҙары ла  – барыһы ла үҙенә йәлеп итеп тора. Бындай “ожмахҡа” тиң ер үҙебеҙҙең Башҡортостаныбыҙҙа ғына. “Өфө муйынсағында” асығып китһәң, тәмле ризыҡлы кафелары ла теҙелеп тора. “Өфө муйынсағы” ҡышын да буш тормай. Ҡышын майҙансыҡ әкиәттәге һымаҡ сихри бер донъяға әйләнә. Бөтә донъя ҡышҡы йоҡоға тала. Ә саңғысылар рәхәтләнеп саф һауала саңғыла елдерә. Мин унда ҡышын да булдым. Муйынсаҡтың даны тиҙ арала күрше ҡалаларға, республикаларға таралып өлгөрҙө. Ҡала ҡунаҡтары өсөн бик һәйбәт урын.

Өфөм менән хушлашмайым, “Өфө муйынсағын” урап сыҡҡым килә! Киләсәктә Өфөм тағы матурланыр, тағы әллә күпме иҫтәлекле урындар төҙөлөр әле. Сәскә ат, Өфөм, баш ҡалам!

 

Әхмәтова Самина, Туймазы районы, Серафимовка ауылы, 3-сө мәктәп. 

Автор:Рәзил БИКБУЛАТОВ 
Читайте нас: