-10 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Хат-хәбәр
4 Декабрь 2024, 16:26

"Аманат"ҡа синыф менән

Беҙ, Дәүләкән лицей-интернатының 6 класс уҡыусылары, тәрбиәсебеҙ Гөлсинә Ғәли ҡыҙы етәкселегендә, 2025 йылдың тәүге яртыһына класыбыҙ менән "Аманат" журналына яҙылдык.

"Аманат"ҡа синыф менән
"Аманат"ҡа синыф менән

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле "Аманат" журналы хеҙмәткәрҙәре! Беҙ, Дәүләкән лицей-интернатының 6 класс уҡыусылары, тәрбиәсебеҙ Гөлсинә Ғәли ҡыҙы етәкселегендә, 2025 йылдың тәүге яртыһына класыбыҙ менән "Аманат" журналына яҙылдык. Класта башҡорт балалары ла урыҫ телендә аралаша, башҡортса белмәгәндәре лә бар. Тәрбиәсебеҙ беҙҙең менән башҡорт телендә аралаша, аңламағандарға тәржемә итә.  Әсәйҙәр көнөнә тик башҡорт телендә генә матур сара әҙерләнек:  башҡортса йырҙар өйрәндек, шиғырҙар һөйләнек.  "Аманат" журналына яҙылып бүләктәр отоу мөмкинселеге лә бар икәнен белгәс, беҙҙә тағы ла нығыраҡ ҡыҙыҡһыныу уянды. Журналда бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәт табырға була. Мин, киләсәктә класыбыҙзын тик башҡорт телендә генә ирекле аралашып, төрлө саралар үткәреүен теләйем. Сөнки беҙҙең малайҙар Р.Х.Тимиров етәкләгән ҡурай түңәрәгенә йөрөй, беҙ Гөлсинә Ғәли ҡыҙы етәкләгән фольклор түңәрәгендә шөғөлләнәбеҙ, ҡумыҙҙа уйнарға, башкортса йырҙар өйрәнәбеҙ.

Солтанғәлина Индира, 6 класс уҡыусыһы

"Аманат"ҡа синыф менән
"Аманат"ҡа синыф менән
"Аманат"ҡа синыф менән
Автор:
Читайте нас: