Каникулым файҙалы үтте
Минең ҡышҡы каникулым Ҡыш бабай күстәнәстәрен алып ҡыуаныуҙан башланды. Өфө ҡалаһына газпром шыршы байрамына барып, күңелле итеп ял итеп ҡайттым. Икенсе сиректе тик яҡшы билдәләренә генә тамамлап ата-әсәйемде ҡыуандырҙым.
Ата-әсәйем ҡышҡы каникулымды файҙалы һәм күңелле уҙғарыуға ярҙам итте. Уларға ҙур рәхмәт!
Стәрлетамаҡ ҡалаһында балалар өсөн эшләнгән ҡаласыҡтарҙы ла барып күрҙек. Торатау буйындағы байрамда ла ҡатнашып, тау шыуып, төрлө күргәҙмәләрҙә йөрөп, күңелле итеп ял итеп ҡайттыҡ.
Шул уҡ ваҡытта ҡанатлы дуҫтарыбыҙ - ҡоштарға баҡсабыҙҙа элгән тағараҡҡа көндә ем һалып һыйларға ла онотманым.
Быйыл ҡар күп яуғанлыҡтан йорт алдын ҡарҙан таҙартырға ла булыштым. Һырғалаҡҡа барып коньки шыуып та өлгөрҙөм.
Шулай файҙалы һәм күңелле итеп каникулым үтеп тә китте. Уҡырға яңы көс-дәрт йыйып, синыфташтарымды, уҡытыусыларҙы һағынып өлгөрҙөм.
Әҙилә Аҙнабаева,
Ауырғазы районы Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһының 3-сө синыф уҡыусыһы.